Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Декабрь 2025, 11:35

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Яңы Мишәр ауылынан ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ АЛИНА РӘСИМ ҡыҙы МӨХӘМӘТЙӘНОВАны ысын күңелдән күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты.
Әсәй, беҙ һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, сикһеҙ бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәрәкәтле имен тормошта оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Анфиса, кейәүең Адик, улың Динис, киленең Лениза, ейәнсәрең Элина, ейәндәрең Арыҫлан, Нурислам, Әмир.

* * *

Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе һөйөклө әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ КИНЙӘ ХӘЙРЕТДИН ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, яҡшы кәйеф теләйбеҙ. Һинең ихлас хәстәрлегең, аҡыллы кәңәштәрең, изге күңелең, аңлай белеүең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һәр көн һиңә тик ҡыуаныслы хәбәрҙәр алып килһен, балаларың һәм туғандарың һөйөүе, хәстәрлеге менән һөйөндөрһөн.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек
бирһен,
Һин булғанда ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып,
Йәшә һин шулай йөҙгәсә!
Изге теләктәр менән ҡыҙың, улың, кейәүең, киленең, ейәндәрең, бүләләрең.

* * *

Оло Ҡыҙылбай ауылынан һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ РУЗИДӘ ТӘҠИУЛЛА ҡыҙы ДИНОВАны 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин – беҙҙең ғорурлыҡ, терәк һәм илһам биреүсе. Һинең аҡылың, изгелегең һәм хәстәрлегең беҙгә һәр ваҡыт өлгө булып тора. Тормош юлыңда бик күп һынауҙар үтергә тура килһә лә, көслө рухлы булып ҡалдың, тормошто яратаһың. Алдағы көндәрең шатлыҡ, ҡыуаныслы мәлдәр менән тулып килһен. Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Һиңә ярҙамлашырға, хәстәрлеген һәм иғтибарын бүләк итергә әҙер торған яҡын кешеләрең һәр ваҡыт яныңда булһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Күркәм тыуған көнөң менән!
Изге теләктәр менән ҡыҙың Лариса, кейәүең Сергей, ейәнең Артем, ейәнсәрең Евгения, кейәүең Антон, бүләң Арсений.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: