Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
28 Ноябрь 2025, 11:35

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Әжекәй ауылынан ҡәҙерле атайым, ҡайным, олатайыбыҙ ИЛДУС ХАТИП улы СӘМИҒУЛЛИНды ысын күңелдән 85 йәшлек олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙгә һәр ваҡыт таяныс һәм терәк булып тораһың, аҡыллы кәңәштәрең менән ярҙам итәһең. Изгелегең, сабырлығың, һөйөүең, тормош һабаҡтары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, һәр яңы көн тик шатлыҡтар менән тулып килеүен теләйбеҙ. Йортоң йәмле, йәнле, изге хәбәрҙәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы булһын.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Һине яратып һәм хөрмәт итеп улың Нәсим, киленең Гөлбикә, ейәнсәрең Айгөл, ейәнең Наил, кейәүең Рушан.

* * *

Бурансы ауылынан беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ ЯХИЯ ҒАЙСА улы ИСЛАМОВты ысын күңелдән ғүмер байрамы – 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, һөйөнөстәргә бай яҡты көндәр, балаларыңдың изгелектәренә, шатлыҡ ҡыуаныстарына төрөнөп, имен тормошта бәхетле, бәрәкәтле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн һәр ваҡыт аҡыл, изгелек, көс өлгөһө булдың. Һинең һөйөүең һәм хәстәрлегең тормошобоҙҙоң төрлө мәлендә йылыта, ҡурсалай. Ғаиләбеҙ именлеге өсөн башҡарған эштәрең, сикһеҙ һөйөүең, кәңәштәрең өсөн рәхмәтебеҙҙең иге-сиге юҡ. Һинең менән генә тормошобоҙ тулы. Һәр көнөң ҡыуаныстар, иҫтәлекле мәлдәр менән тулып килһен!
Әтей, инәй, бәхетле бала сағыбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Артабан да ҡәҙер-хөрмәттә, ауырымай, һыҙланмай, тыуған йортобоҙҙоң йәмен, ҡотон һаҡлап оҙаҡ йәшәгеҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡатының, балаларың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ ЗӨБӘЙҘӘ ҒАРИФУЛЛА ҡыҙы ХӨСНУЛЛИНА-ны ысын күңелдән 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, именлектә ҡыуаныстар кисереп, күңел тыныслығында, көс-дәртеңде һүндермәй, балаларың, ейәндәрең һөйөүендә һәм хәстәрлегендә ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Оҙаҡ йәшә һәм бәхетле бул.
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Изге теләктәр менән ҡыҙың Ирина, улдарың Илдар, Илдус, ейәндәрең Владик, Даниил, Арсений, Егор, ейәнсәрҙәрең Элена, Серафима, Лиза, кейәүең Саша, киленең Настя.

* * *

Яңы Мөслим ауылынан һөйөклө ҡыҙым, әсәйебеҙ, туғаныбыҙ ФӘЙРҮЗӘ РИЯН ҡыҙы ОМОРҘАҠОВАны ысын күңелдән күркәм ғүмер байрамы – 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ике “бишле” алған тыуған көнөң ҡыуаныстар, бәхет, именлек, яҡты хыялдар, яңы тәьҫораттар алып килһен. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, артабан да йәшлек дәртен һүндермәй, донъяның матурлығын күреп йәшәүеңде теләйбеҙ. Ғүмер юлыңда тик изге, күркәм күңелле кешеләр булһын, яныңда һине яратҡан, хөрмәт иткән балаларың, туғандарың уңыштары, иғтибары һәм хәстәрлеге менән ҡыуандырып торһон. Бөгөнгөләй шат йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен. Юбилейың менән!
Иң изге һәм ихлас теләктәр менән әсәйең, балаларың һәм барлыҡ туғандарың исеменән Ратмил, Эльза.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: