Бурансы ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ, хөрмәтле ҡәйнәбеҙ РӘЙСӘ ЙӘЛӘЛ ҡыҙы ҒӘЙНАНОВАны 90 йәшлек оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле һин беҙҙең өсөн, өйөбөҙҙөң йәме, тормошобоҙҙоң мәғәнәһе. Алдағы көндә лә ҡәҙер-хөрмәтебеҙҙе тойоп, беҙгә терәк булып, өйөбөҙҙөң нурын һүндермәйсә, йылылығын һаҡлап йәшәргә насип итһен Хоҙай Тәғәлә, тормошоңдоң һәр миҙгеле бәхет менән тулып торһон.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә
Иң йылыһын килә әйтәһе. Әсәкәйебеҙ,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө, яратҡан әсәй-өләсәйем АЛЕНА ВИКТОРОВНА МАЛЫШЕВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һиңә әйтер теләктәр!
Ҡотлау менән ҡыҙың Лариса, ейәнең Степан.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ – Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы АЛЕНА ВИКТОРОВНА МАЛЫШЕВАны 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ көс-дәрт, теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын, ғаиләгеҙ менән бергә бәхетле мәлдәр кисереп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын
Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Ҡотлау менән Балалар сәнғәт мәктәбе коллективы.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ ЛЮДМИЛА ГЕННАДЬЕВНА СЫЧКИНАны юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Йылдарға шатлыҡ орлоғон сәсеп, һәр аҙымды ныҡлы ышаныс менән алға атлағыҙ. Яңы бейеклектәрҙе яулап, маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырып йәшәгеҙ. Янығыҙҙа һәр ваҡыт хөрмәтле дуҫтар, туғандар булһын, күңел йылыһы Һеҙҙе гел илһамландырһын!
Ҡотлау менән Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы коллективы.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ИРАИДА ФАИЗ ҡыҙы РАМАЗАНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркөлә йөҙөңдән.
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Һине яратып Екатеринбург ҡалаһы һәм Бельгияның Левин ҡалаһынан ҡыҙҙарың Алина һәм Альбина, кейәүҙәрең Андрей һәм Олег, ейәндәрең Максим һәм Алена, Александра һәм Роман.