Теләш ауылынан хөрмәтле, ҡәҙерле, һөйөклө кешебеҙ ӘНИС ХАЖЫЙ улы НИҒӘМӘТЙӘНОВты 85 йәшлек оло юбилейы менән тәбрик итәбеҙ!
“Һеҙгә атай урынына ҡалған кеше инде мин хәҙер”, – тигән һүҙҙәрең беҙҙең күңелдәрҙе йылыта, беҙҙе нығыта һәм ҡанаттар өҫтәй. Ә һиңә булған хистәребеҙҙе аңлатып та килештерерлек түгелдер ул... Беҙҙең һүҙҙәрҙән, ҡараштарҙан, мөнәсәбәттән үҙең дә һиҙәһеңдер, ҡәҙерле ағайыбыҙ.
Туғандарҙы һорап алмайҙар,
Хоҙай бирә үҙе таратып.
Рәхмәтлебеҙ яҙмыштарға,
Туя алмайбыҙ һине яратып.
Йәшә әле йәшнәп беҙҙең өсөн, шиңмәһен һис дәртең, көсөң!
Изге теләктәр менән балаларың, ейәндәрең,
туғандарың, яҡындарың.
* * *
Әбдрәхим ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ФЛАРИДА МӨХӘМӘТХАЙ ҡыҙы ҒӘҘЕЛШИНАны 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Бөгөн тормошоңда мөһим көн – күркәм юбилейыңды билдәләйһең, һәм беҙ, балаларың, ысын күңелдән һине тәбрик итәбеҙ. Һин – беҙҙең таяныс, илһам һәм көс-дәрт сығанағы. Һинең тырышлығың менән беҙ бөгөн бәхетле. Һин һәр ваҡыт яныбыҙҙаһың, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерһең, беҙҙең уңыштарға ихлас һөйөнәһең. Хәстәрлегең, күңел йылың беҙҙе ҡурсалай һәм һаҡлай. Беҙҙе тәрбиәләп, үҫтереп, белем биргәнең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, барлыҡ уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Һәр көнөң шатлыҡ, күңелле аралашыуҙар менән тулып килһен. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, ярҙам итер һәм яҡлар өсөн һәр ваҡыт яныңда буласаҡбыҙ. Юбилейың менән!
Изге теләктәр менән Данир һәм Илүзә Ғәҙелшиндар, Мораҙым, Зәлиә, Аделина, Вадим, Лилиә, Әмир, Әминә, Амаль Клысовтар.
* * *
Әбдрәхим ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ ФЛАРИДА МӨХӘМӘТХАЙ ҡыҙы ҒӘҘЕЛШИНАны күркәм ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һиңә уңыштар, көс-дәрт, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Алдағы көндәрең шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торһон, сағыу һәм бәхетле булһын. Туғандарыңдың һәм яҡындарыңдың һөйөүен, ихтирамын, хәстәрлеген, наҙын тойоп оҙаҡ йылдар ғүмер кисер. Яныңда һәр ваҡыт изге күңелле кешеләр булһын, яҡындарың сәләмәт һәм имен торһон, тормошоғоҙ тигеҙ һәм матур үтһен.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән һеңлеләрең Рәзимә, Лилиә, кейәүҙәрең Нур, Фәйзи, беҙҙең балалар һәм ейәндәр.
* * *
Һөләймән ауылында йәшәүсе яратҡан ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйем, туғаныбыҙ РӘЗИЛӘ РАФАЭЛЬ ҡыҙы БӘҺӘМӘНОВАны – 65 йәше һәм Өфө ҡалаһында йәшәүсе һөйөклө ҡыҙыбыҙ, һеңлем, туғаныбыҙ АЛЬМИРА АЛЬБЕРТ ҡыҙы НИҒӘМӘТЙӘНОВАны 35 йәшлек юбилейҙары уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙгә алдағы тормоштарында ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, әлегеләй ихлас, алсаҡ, туған йәнле булып, ғаилә бәхетендә, нурлы донъябыҙҙы нурландырып, ҡотон һаҡлап йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Ҡояштыҡы кеүек булһын ғүмерегеҙ,
Күҙҙәрегеҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөгөҙ
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше, атаһы Альберт, улы, ағаһы Азамат һәм туғандары.