Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
7 Ноябрь 2025, 09:45

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, ярат-ҡан әсәй-өләсәйебеҙ МИНЗИЛӘ ТАЛХАН ҡыҙы ҒИБӘҘУЛЛИНАны ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ошо күркәм юбилейың йөрәгеңде йылытып, күңелеңә нур һәм дәрт өҫтәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, бөтмәҫ көс-ҡеүәт теләйбеҙ. Артабан да изге күңелле булып ҡал, тормошто яратып йәшә.
Рәхмәт һиңә, мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Тормош иптәшең Ғәзизйән, улың Ғәзинур, киленең Алена, ҡыҙың Сабина, кейәүең Вилдан, ҡыҙың Руслана, ейәнең Артем, ейәнсәрҙәрең Юлиә, Юлана, Зарема.

* * *

Әләгәҙ ауылынан яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ЛЕНА ЙӘСӘҮИ ҡыҙы ЗАРИПОВАны 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуар таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Изге теләктәр менән балаларың һәм ейәндәрең.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан яратҡан ҡыҙыбыҙ, ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйем ГӨЛНАЗ РӘМИЛ ҡыҙы ӘФҒӘЛИМОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин – беҙҙең терәк, өйөбөҙ нуры һәм илһамландырыусыбыҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйбеҙ. Һәр яңы көн шатлыҡ, йылмайыу, күңелле ваҡиғалар менән тулып килһен. Барлыҡ уй-теләктәрең тормошҡа ашһын, яныңда һәр ваҡыт һине яратҡан һәм хөрмәт иткән яҡындарың булһын!
Яратып һәм хөрмәт итеп атайың, әсәйең һәм ғаиләң.

* * *
Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, һеңлебеҙ, апайыбыҙ ГӨЛНАЗ РӘМИЛ ҡыҙы ӘФҒӘЛИМОВАны ысын күңелдән матур юбилейы – 50 йәше менән ҡотлайбыҙ.
Алтын юбилейыңда иң ихлас теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: һиңә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ көс, барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашыуын, ғаиләң менән шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ, һинең менән сикһеҙ бәхетлебеҙ. Күңел йылың, хәстәрлегең, беҙгә бүләк иткән сағыу мәлдәр өсөн рәхмәтлебеҙ. Балаларың уңыштары менән һөйөндөрһөн, ирең һинең менән ғорурланһын, ейәнсәрең һау-сәләмәт булып үҫһен. Яныңда һәр ваҡыт һине яратҡан туғандарың һәм дуҫтарың булһын. Бәхетле бул!
Хөрмәт итеп һәм яратып атайың, әсәйең, ағайҙарың, еңгәң, кесе туғандарың.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ ГӨЛНАЗ РӘМИЛ ҡыҙы ӘФҒӘЛИМОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ысын күңелдән эштәреңдә уңыштар, яңы үрҙәр, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, муллыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Изге теләктәр менән ҡоҙағыйы
Лариса һәм ҡоҙаһы Рөстәм Хәлимовтар.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ирем, яратҡан атай-олатайыбыҙ НИКОЛАЙ МИХАЙЛОВИЧ ПЕРЕВЫШИНды ысын күңелдән 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, күңел тыныслығы, именлек, муллыҡ, яҡындарыңдың һәм туғандарыңдың һөйөүендә, хөрмәтендә йәшәүеңде теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Нина, улың Сергей, ҡыҙың Любовь, киленең Эльзида, ейәнсәрең Ксения, ейәндәрең Максим, Кирилл, Роман.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: