Йонос ауылынан һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ СӘҒИҘӘ СӘЛИМ ҡыҙы МӨХӘРӘМОВА-ны күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә иң изге, иң ихлас теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-бәхет менән тулы көндәр, именлек, муллыҡ, уңыштар, яҡындарыңдың һәм туғандарыңдың хөрмәтендә йәшәүеңде теләйбеҙ. Һин – беҙҙең терәк һәм таяныс. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.
* * *
Йонос ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ СӘҒИҘӘ СӘЛИМ ҡыҙы МӨХӘРӘМОВАны 75 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бар ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә бағышланы – мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләне. Тормош иптәше менән ныҡлы һәм татыу ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөн балалары үҙ тормошон ҡороп, ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәтле булып йәшәй. Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер, аяҙ көндәр, артабан да күркәм ғаиләң менән матур ғүмер итеүеңде, балаларыңдың, ейәндәреңдең, туғандарыңдың уңыштарына һөйөнөп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Был көн шундай күңелле һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡты һин булғанда,
Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға,
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул, бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре үҫкәндә лә, яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә, ергә ҡарҙар яуғанда ла!
Изге теләктәр менән Әбдрәхим ауылынан Таһировтар, Балаҡатай районынан Нәжметдиновтар, Өфөнән Мәүлетҡоловтар.
* * *
Йонос ауылында йәшәүсе хөрмәтле коллегабыҙ, педагогик хеҙмәт ветераны СӘҒИҘӘ СӘЛИМ ҡыҙы МӨХӘРӘМОВАны 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр саҡ шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ. Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен. Ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос булһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә Һеҙгә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә
Иң йылыһын килә әйтәһе!
Иң изге теләктәр менән Йонос мәктәбе коллективы.
* * *
Һөйөклө, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ТАМАРА ИВАНОВНА ӘМИРОВАны ысын күңелдән күркәм ғүмер байрамы – 90 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Йылылыҡ, һөйөү һәм хәстәрлегең менән беҙҙе ҡыуандыраһың. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, һинең менән уҙған ғүмеребеҙҙең һәр минуты беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, рух ныҡлығы теләйбеҙ!
Изге теләктәр менән улың Андрей, ҡыҙың Людмила, ейәнсәрҙәрең Светлана һәм Екатерина, бүләсәр-ҙәрең Ксения, Любовь, Мария, бүләң Андрей.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ МӘҮЛИҘӘ МӨҒӘФӘ ҡыҙы һәм атай-олатайыбыҙ РАФИТ ФАЗЫЛЙӘН улы РАФИҠОВТАРҙы 70 йәшлек күркәм юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөләребеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле аяҙ көндәр теләйбеҙ. Һеҙҙең янығыҙҙа һәр ваҡыт ихлас, тоғро һәм изге күңелле кешеләр булһын. Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ хөрмәтендә һәм ихтирамында оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙ һеҙҙе сикһеҙ яратабыҙ һәм һеҙҙең менән ғорурланабыҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ һеҙ,
Атай-әсәй, һәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар һайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осһон әле һеҙҙән көнләшеп!
Иң изге теләктәр менән һеҙҙе яратып ҡыҙҙарығыҙ Эльвира, Эльзида, кейәүҙәрегеҙ Ирек, Сергей, ейәнсәрҙәрегеҙ Диана, Аделия, ейәндәрегеҙ Айнур, Кирилл, Роман.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ ГҮЗӘЛИӘ РӘФҠӘТ ҡыҙы МӨСЛИМОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле һәм сәләмәт бул. Уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, шатлыҡ-бәхеттә оҙон ғүмер итеп, ғаилә шатлығында, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә яҙһын. Ныҡлы таҙалыҡ, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта, донъяның матурлығына ҡыуанып йәшә. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт иткән яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Сәләмәт бул, шат бул, бәхетле бул!
Иң яҡшы теләктәр менән Альберт, Эльвира Йыһаншиндар һәм беҙҙең балалар.
* * *
Айып ауылында йәшәүсе ҡәҙерле апайыбыҙ, әбейебеҙ МИНЗИДА ЙЫҺАНУР ҡыҙы ӘХКӘМОВАны ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, муйыл сәскәһендәй ап-аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, балалар игелеге, ейәндәр ҡыуанысы, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Юбилейың ҡотло булһын,
Теләйбеҙ бәхет кенә.
Һөйөндөрһөн һәр бер көнөң
Шатлыҡтар килеп кенә.
Хоҙай һаулыҡ бирһен һиңә,
Йөҙөңдә ҡояш булһын.
Бөтә ғүмерең буйына
Бәхеттәр юлдаш булһын!
Иң изге теләктәр менән Кәримовтар ғаиләһе.