Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
24 Октябрь 2025, 11:20

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, һөйөклө ҡатыным, әнкәйебеҙ, нәнәйебеҙ ГҮЗӘЛИӘ РӘФҠӘТ ҡыҙы МӨСЛИМОВАны 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә шатлығы, йән тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ, туғандарың ихтирамын тойоп, балаларыңдың, ейәндәреңдең изгелеген күреп, әтиебеҙ менән оҙон-оҙаҡ бергә йәшәүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ. Әнкәй, беҙ һине яратабыҙ һәм барыһы өсөн дә рәхмәт әйтәбеҙ.
Ҡотло булһын, әнкәй, тыуған көнөң –
Ғүмереңдең яҡты байрамы.
Ҡабул ит һин ошо шиғыр аша
Ғәзиз балаларың теләген.
Тәбиғәтең ҡырыҫ кеүек тыштан,
Әммә мәрхәмәтле йөрәгең.
Беҙҙең өсөн һин яратҡан әнкәй,
Әтиебеҙгә тормош терәге.
Тыуған көнөң менән ҡотлап,
Теләйек әле матур теләктәр.
Һөйөндөрөп беҙҙе оҙаҡ йәшә,
Бергә типһен беҙҙең йөрәктәр.
Сәләмәт бул, әнкәй,
Ҡайғы күрмә, бер ҙә бойоҡма.
Һине һәр саҡ өҙөлөп яратыусы
Балаларың, әти барын онотма!
Иң изге теләктәр менән ирең Ғәптелйән, улың Юнир, кейәүең Дамир, киленең Альбина, ейәндәрең Альмир, Камил, Илназ, ейәнсәрең Самира исеменән ҡыҙың Альбина.

* * *

Яңы Мөслим ауылынан һөйөклө туғаныбыҙ ГҮЗӘЛИӘ РӘФҠӘТ ҡыҙы МӨСЛИМОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Алдағы көндәрең яҡты, шатлыҡлы осрашыуҙар менән тулып килһен, яратҡан туғандарың, дуҫтарың менән матур йәшәргә яҙһын. Тормошто яратыуың, изге күңелең менән беҙгә өлгө булып тор.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары!
Иң изге теләктәр менән туғандарың Дания, Лариса.

* * *

Ясин ауылынан һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ РӘЗИЛӘ ХӘТМУЛЛА ҡыҙы ХӘЙРЕТДИНОВАны ысын күңелдән 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Һин – беҙҙең тормошобоҙҙа иң ҡәҙерле кеше. Һинең сәләмәт һәм бәхетле булыуыңды күреү – иң ҙур бәхет. Беҙҙең өсөн һәр ваҡыт аҡыл, изгелек, көс өлгөһө булдың. Һинең һөйөүең һәм хәстәрлегең тормошобоҙҙоң төрлө мәлендә йылыта, ҡурсалай. Ғаиләбеҙ именлеге өсөн башҡарған эштәрең, сикһеҙ һөйөүең, сабырлығың, йөрәк йылыһы, кәңәштәрең, тәмле аштарың, күстәнәстәрең, өй йәме өсөн рәхмәтлебеҙ. Һәр кемгә ярҙамға килергә әҙерһең, ауылдаштарың өсөн изге күңелле күрше, ышаныслы дуҫһың. Һинең менән генә тормошобоҙ тулы. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ, именлек теләйбеҙ. Һәр көнөң ҡыуаныстар, шатлыҡлы осрашыуҙар, иҫтәлекле мәлдәр менән тулып килһен. Барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын, яратҡан һәм яҡын кешеләрең яныңда булһын. Беҙ һине сикһеҙ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
Рәхмәт, әсәй, ҡояш булғаныңа,
Үҫтерҙең һин беҙҙе яратып.
Йәшәйһең матур донъябыҙға бары
Изге, яҡты нурҙар таратып.
Сал сәстәрең бигерәк күркәм,
Күҙҙәреңдә – ғорур сабырлыҡ.
Яғымлы һүҙ, тыйнаҡ аҡыл –
Барыһы ла үрнәк алырлыҡ.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Оҙаҡ йылдар яҙһын беҙгә:
“Әсәй”, – тиеп әйтергә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Айнур, улдарың Артур, Адис, Руслан, килендәрең Наилә, Гөлназ, Ләйсән, ейәндәрең Алмаз, Тимур, Самат, ейәнсәрҙәрең Амелия, Әминә, Камила.

* * *

Мәсетле районы Ҡаранай ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәгән ҡәҙерле туғаныбыҙ БУЛАТ ЙОНОС улы ҒИЛМЕТДИНОВты юбилейлы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Киләһе тормош юлыңда һиңә ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ. Киленебеҙ Илгизә Урал ҡыҙы менән ике улығыҙҙың ихтирамына, һөйөүҙәренә кинәнеп йәшәгеҙ, иҫәнлектә-һаулыҡта биш ейән-ейәнсәрегеҙҙе үҫтерешеп ебәрергә Хоҙай насип итһен.
Иртә таңда сыҡҡан йомарт ҡояш
Көн дә һеҙгә бәхет килтерһен.
Матур үтә һеҙҙең тормош юлы,
Ҡайғы еле бер ҙә килмәһен.
Ағын һыуҙар кеүек ғүмерҙәр үтә,
Гел шатлыҡта улар үтһендәр.
Бәхет, шатлыҡ, хәйерле иртәләр
Алып килһен киләһе көндәр!
Иң изге теләктәр менән апайың Флүрә, туғандарың Фәнгизә, Наил, Фаил һәм уларҙың ғаиләләре.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйем ЗӨЛФИӘ ХӘТМУЛЛА ҡыҙы ӘБҮБӘКЕРОВАны ысын күңелдән 55 йәшлек күркәм ғүмер байрамы менән тәбрик итәбеҙ.
Ике “5”-ле – һинең уңышлы тормош юлыңдың яҡшы билдәһе. Ошо йылдар эсендә ҙур тәжрибә тупланың, һөйкөмлөгөңдө һәм һылыулығыңды һаҡлап, беҙгә наҙыңды ихлас өләшеп йәшәйһең. Барыбыҙға ҡарата ихлас һөйөүең, даими хәстәрлегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һинең менән ғаиләбеҙ ныҡлы һәм көслө. Алдағы бәхетле, оҙон ғүмерең күркәм байрамдар һәм шатлыҡлы осрашыуҙар менән тулып килһен. Һиңә яҡшы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Күркәм өйөбөҙ бәхет нуры менән тулып торһон, ә беҙ һинән өлгө алып, яҡшы кәйефеңә ҡыуанып йәшәрбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ. Күркәм юбилейың менән!
Иң изге теләктәр менән ирең Ирек, ҡыҙың Илүзә, улдарың Булат, Илдан, кейәүең Илнур, киленең Диана, ейәнсәрең Камилла.

* * *

Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле, һөйөклө апайыбыҙ ЮЛИӘ ЮЛАЙ ҡыҙы КАМАЛОВАны күркәм юбилейы – 50 йәшлек ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле апайыбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең ҡояшлы, килер көндәрең көләс, кистәрең айлы, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Беҙ һине яратабыҙ.
Рәхмәт һиңә, мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән иркәләрең Лилиә,
Рәфилә, Люция, уларҙың тормош иптәштәре һәм балалары.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ҡыҙым, һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәйебеҙ һәм туғаныбыҙ ЛАРИСА МУЛЛАЯН ҡыҙы ЗИНӘТУЛЛИНАны ысын күңелдән алтын юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һин һәр ваҡыт беҙҙең өсөн илһам, көс һәм аҡыл сығанағы булып тораһың. Изгелегең, хәстәрлегең, наҙың сикһеҙ. Һинең тормошоңдоң бер өлөшө булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Һәр яңы көн бәхет, сәләмәтлек, ҡыуаныстар алып килһен. Барлыҡ уй-хыялдарың тормошҡа ашһын, ә яныңда һәр ваҡыт яҡын һәм яратҡан кешеләрең булһын. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңелеңдә гармония булыуын теләйбеҙ. Тормошоң сағыу ваҡиғалар, уңыштар, шатлыҡлы осрашыуҙар менән тулы булһын!
Һине яратып һәм хөрмәт итеп әсәйең, ирең, балаларың, туғандарың Филина, Эльза, Зилә, еҙнәләрең Георгий, Ратмил, еңгәң Гөлнара һәм беҙҙең балалар.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: