Октябрьск ауылынан һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ ВАЛЕНТИНА ИВАНОВНА ПУШКАРЕВАны ысын күңелдән 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән тулы көндәр теләйбеҙ.
Ҡотло булһын матур юбилейың,
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдоң алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.
Үҫкәнбеҙ ҙә инде, таралғанбыҙ,
Беҙ, балалар, осар ҡош һымаҡ.
Тыуған нигеҙҙәрҙе һыуытмайса
Ғүмер кисер, әсәй, һин оҙаҡ.
Әйҙә ғүмер үтһен, сәс ағарһын,
Ә йөрәккә ҡырау төшмәһен.
Килер көнгә бары сәләмәтлек,
Ҡыуаныстар ғына өҫтәлһен!
Изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейәндәрең, бүләсәрең.
* * *
Әжекәй ауылында йәшәүсе ҡәҙерле еңгәбеҙ МӘЙСӘРӘ БАҠЫЙ ҡыҙы һәм туғаныбыҙ ЗӨЛФӘР ЗӘЛӘЙ улы ӘСБАПОВТАРҙы ысын күңелдән юбилейлы тыуған көндәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, ҡартлыҡ бәхетенән айырма-һын. Олоғайған көнөгөҙҙә балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең шатлыҡтарын уртаҡлашып, бер-берегеҙгә терәк булып, оҙон-оҙаҡ парлы йәшәргә насип итһен.
Туғандарҙың араһына
Елдәр үтмәҫ һис ҡасан.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ,
Беҙ бит ғәзиз бер туған!
Иң изге теләктәр менән һеңлең Флүзә, кейәүең Филарис һәм балалар.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ РӘМИЛӘ КӘРӘМ ҡыҙы ҒАФАРОВАны ысын күңелдән 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин – ғаиләбеҙҙең йөрәге, иң яҡын һәм ҡәҙерле кешебеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, һәр көн тик шатлыҡтар ғына алып килеүен, күңелең тыныс, донъяң имен булыуын теләйбеҙ. Йөҙөң бәхеттән бал-ҡыһын, ә беҙ, һинең балаларың, ейәндәрең, һәр ваҡыт яныңда булып, яратып, хәстәрлек күрһәтербеҙ. Төплө кәңәштәрең, барыһына ла бер тигеҙ өләшкән күңел йылыһы, һөйөүең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Юбилейың менән!
Изге теләктәр менән балаларың Илшат, Ләйлә, Шамил, киленең Зөлфиә, кейәүең Рәмил, ейәнсәрең Гөлшат, ейәндәрең Таһир, Кәрим.