Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
14 Октябрь 2025, 11:45

Роза Ибраһимова “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды

Уҙған дүшәмбе район хакимиәтендә Әнис Әсәҙуллин Абдулла ауылынан Роза Ибраһимоваға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы һәм уның бала тәрбиәләүҙәге уңыштарын билдәләп үтте.

Роза Ибраһимова “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды
Роза Ибраһимова “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды

Роза Ибраһимова – үҙен ҙур ғаиләһенә һөйөү, хәстәрлек менән бағышлаған һәм яҡындары менән ғорурланған әсә. Ул 1977 йылдың 20 сентябрендә Омск ерендә тыуған. Ҡасандыр яҙмышы Башҡортостанға алып килерен, унда биш улдың әсәһе булырын күҙ алдына ла килтермәй ул.
Ғаиләлә өс ҡыҙҙың иң өлкәне булған Роза Тимерғәли ҡыҙы, мәктәпте тамамлағандан һуң, урта махсус белем алып, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Буласаҡ ире Азамат Ибраһимов менән 29 йыл элек Омскиҙа осраша. Тиҙҙән Роза уға кейәүгә сыға һәм Абдулла ауылына күсеп килә.
Ғаиләлә биш ул тыуа. Өлкән улы Альмир бөгөн Яңы Уренгой ҡалаһында һаҡсы булып эшләй. Рузил хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусы һөнәрен һайлай һәм хәҙер кәләше Миләүшә менән Ханты-Мансийскиҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итәләр. Айназ Дыуан күп профилле колледжы Оло Ыҡтамаҡ филиалының 4-се курсында уҡый. Рамир – икенсе класс уҡыусыһы, ә иң кесеһе Самат Абдулла ауылындағы балалар баҡсаһына йөрөй. Өлкән улдары Ватан алдында бурысын үтәп, армияла хеҙмәт иткән, ә өсөнсөһө киләһе йылда хәрби хеҙмәткә әҙерләнә.
– Мин балаларым менән ғорурланам, ҙур ғаилә – ул байлыҡ, – ти Роза Тимерғәли ҡыҙы. – Ирем менән улдарыбыҙҙа илһөйәрлек тәрбиәләргә, улар-ҙы илде, атайсалыбыҙҙы яҡларға өйрәтергә тырыштыҡ. Балаларыбыҙ үҙ аллы, эшһөйәр һәм намыҫлы кешеләр булып үҫһен өсөн тормош иптәшем менән күп көс һалдыҡ. Уларҙың һәр береһе аш-һыу әҙерләй, йыйыштыра белә, хужалыҡта ярҙам итә.
Абдуллаға күсеп килгәс, Роза Ибраһимова 20 йыл урындағы клуб директоры эшен башҡара. Һуңынан мәктәпкә йыйыштырыусы булып урынлаша.
Розаның ире Азамат Әлтәф улы – “Аҡтау” йәмғиәтендә механизатор. Атаһы улдары өсөн хеҙмәт яратыу һәм тырышлыҡ өлгөһө булып тора. Уны эшләгән хужалығында хөрмәтләйҙәр. 2023 йылда районда “Иң яҡшы комбайнсы” исемен алды. Өс йыл элек “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булды.

Белешмә
“Әсәлек даны” миҙалы Башҡортостанда 1998 йылда булдырылған. Был – күп балалы әсәләрҙе балаларын лайыҡлы тәрбиәләүҙәге, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙағы һәм әсәлектең социаль әһәмиәтен арттырыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн дәртләндереүҙең юғары формаһы. Награда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындарға бирелә.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: