Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Октябрь 2025, 11:20

Мәсетлем, һин – ғәзиз ерем, һулар һауам, йөрәк тибешем!

Хөрмәтле мәсетлеләр! Ҡәҙерле яҡташтар!Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүгә 35 йыл тулыу уңайынан һәм Мәсетле районының 95 йыллыҡ юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Мәсетлем, һин – ғәзиз ерем, һулар һауам, йөрәк тибешем!
Мәсетлем, һин – ғәзиз ерем, һулар һауам, йөрәк тибешем!

Республика көнө – күп милләтле Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлеге, тыныслығы һәм татыулығы символы. Ул йәшенә, милләтенә, диненә һәм һөнәренә ҡарамай, барыбыҙҙы ла берләштерә.
Бөгөн Башҡортостан – үҙенең тарихи үҙенсәлеген, ҡабатланмаҫ йөҙөн һәм үҙенсәлекле матурлығын һаҡлап ҡалған йылдам үҫешкән заманса төбәк. Ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, ул илдең именлеген нығытыуға ҙур өлөш индерә. Беҙ иҡтисадта, медицинала, фәндә, мәғарифта, спортта юғары һөҙөмтәләр күрәбеҙ. Республика халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте ышаныслы киңәйтә, ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра.
Мәсетле еренең үткәне һәм бөгөнгөһө Башҡортостан тарихы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Уның үҫешенең бөтә этаптарында – сәйәси һынауҙар, коллективлаштырыу, индустриялаштырыу, һуғыш йылдарында, унан һуңғы тергеҙеү һәм иҡтисадты күтәреү йылдарында эшһөйәр мәсетлеләр һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булды.
Был байрам көнөндә районға нигеҙ һалыусыларҙы рәхмәт менән иҫкә алабыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, төҙөргә, ижад итергә, тормошто яҡшыртырға көс һәм илһам тапҡан яҡташтарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Яугир-интернационалистарға, ҡыҙыу нөктәләр ветерандарына хөрмәт күрһәтәбеҙ.
Бөгөн махсус хәрби операция зонаһында Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған хәрбиҙәребеҙҙең ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ. Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, беҙҙең яҡлаусылар! Һаулыҡ, рух ныҡлығы һәм тиҙерәк өйҙәрегеҙгә ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Мәсетлеләр һәр ваҡыт ярҙамсыл булыуы менән дан тота. Бөгөн, илебеҙ ауырлыҡтар менән осрашҡанда, улар берҙәмлек һәм рух көсөн күрһәтә. Берләшеп, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итәләр, гуманитар ярҙам йыялар һәм хәйриә концерттары ойошторалар, шулай итеп, еңеүҙе яҡынайтыуға тылда өлөш индерәләр.
Башҡортостан Республикаһы етәкселеге ярҙамы менән районыбыҙ 95 йыллыҡ юбилейын ыңғай үҙгәрештәр менән ҡаршылай. Ул заманса, матур һәм уңайлы була бара: берлектәге тырышлыҡ менән социаль объекттар төҙөлә, урамдарҙы һәм ихаталарҙы, парктарҙы һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла, кешеләрҙең уңайлы тормошо өсөн кәрәкле шарттар булдырыла.
Ҡәҙерле яҡташтар! Хеҙмәтегеҙ, тыуған яҡҡа һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт! Бай тарихи мираҫыбыҙҙы һаҡлап, йолаларыбыҙҙы һәм рухи ҡиммәттәребеҙҙе арттырып, бергәләп иң ҡыйыу пландарҙы тормошҡа ашыра алырбыҙ һәм Мәсетле районын тағы ла матурыраҡ итербеҙ.
Һеҙгә ихлас күңелдән тыныслыҡ, изгелек, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм барлыҡ башланғыстарҙа уңыштар теләйбеҙ! Районыбыҙ һәм республикабыҙ сәскә атһын, һәр ғаиләнең тормошо шатлыҡ, йылылыҡ һәм һөйөү менән тулы булһын.
Зөлфиә ӘБҮБӘКЕРОВА,
Мәсетле районы Советы рәйесе,
Әнис ӘСӘҘУЛЛИН,
Мәсетле районы хакимиәте башлығы.

* * *

10 октябрҙә сәғәт 15.00-дә
район Мәҙәниәт һарайында Республика көнө һәм район юбилейы хөрмәтенә тантаналы сара уҙа.

Автор: