Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Октябрь 2025, 09:45

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Тайыш ауылында йәшәүсе һөйөклө инәйебеҙ, хөрмәтле ҡәйнәбеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ МИНЗИФА ҒӘЙФЕТДИН ҡыҙы МУСАКӘЛИМОВАны ысын күңелдән күркәм ғүмер байрамы – 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең инәй кешегә мәрхәмәтле, оло йөрәкле, изге кеше ул. Барлыҡ балаларына йөрәк йылыһын биреп, яратып, ярҙам ҡулы һуҙған, төплө кәңәш биргән инәй ҙә, ейәндәренә тәмле аштар бешергән, иркәләтеп көтөп торған өләсәй ҙә ул. Инәйебеҙ – гөрләтеп донъя көткән тырыш, егәрле хужабикә. Барлыҡ күршеләренә өлгөлө, изге күңелле, ярҙамсыл күрше лә. Кем ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итһә лә, бер ваҡытта ла баш тартҡаны юҡ ҡәҙерлебеҙҙең, һәр ваҡыт ихлас күңелдән ярҙам итергә тырыша. Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине сикһеҙ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Һин тыуған өйҙөң йәмен, йылыһын һаҡлап, яҡты биреп тороусы маяғыбыҙ. Һин булғанға тормошобоҙ мул һәм йәмле. Ошо матур көҙ көнөндә беҙҙең йөрәктән сыҡҡан ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итеп ал.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hиңә әйтер теләктәр.
Рәхмәт һиңә, мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Хөрмәт менән улдарың Таһир, Фидан, Азат, килендәрең Айгөл, Зөһрә, Ләйсән, ейән-ейәнсәрҙәрең Илназ, Рамазан, Гөлшат, Илшат, Зилиә, Камил һәм Алтынай.

* * *

Яңы Мөслим ауылынан һөйөклө әсәйебеҙ ЛИЗА МИРСӘЙЕТ ҡыҙы һәм ҡәҙерле атайыбыҙ ДАНИС МӘҒӘФҮР улы КӘРИМОВТАРҙы 60 йыл бергә ғүмер итеүҙәре – гәүһәр туйҙары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, муллыҡ, именлек, һөйөү усағын һүндермәй, оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Атай-әсәй, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле hеҙҙән көнләшеп!
Изге теләктәр менән балаларығыҙ, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ.

* * *

Йыланыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, яратҡан атайыбыҙ, олатайыбыҙ АЙРАТ ЮЛАЙ улы ФАЗЫЛОВты 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ тәбиғәт алтынға мансылған йомарт көҙҙөң ҡояшлы, матур бер көнөндә донъяға килгән. Матур көҙ айында тыу- ғанғамы, атай, һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы бар, ошо йылы беҙҙе тормош һуҡмаҡтарында ҡурсалай, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәргә ярҙам итә. Алдағы тормошоңда һиңә йән тыныслығы, ҡыуаныслы, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ. Һин – беҙҙең ныҡлы таянысыбыҙ, ышаныслы терәгебеҙ. Гел шулай йылмайып, беҙҙе һөйөндөрөп йәшә, ҡәҙерлебеҙ.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә ҡартлыҡта.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Айгөл, Айнара, Камилла, кейәүҙәрең Ришат, Илнар, ейәнсәрҙәрең Йәсминә, Рианна.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле улым, кейәүебеҙ, ҡустым, ағайыбыҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ АЗАТ ӘКРӘМ улы ҒӘЛИМОВты ысын күңелдән 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
50 йәш – ул көс-дәрт ташып торған, тормош тәжрибәһе туплаған, яҡты уй-хыялдар менән янған ваҡыт. Алла бирһә, 100 йәшеңде яҡшы дуҫтарың, яратҡан һәм яҡын кешеләрең менән ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеп ҡаршы алырға яҙһын. Донъяға ҡыуанып, һаулыҡта-именлектә йәшә. Тормош юлың матур, һикәлтәһеҙ булһын.
50 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшнәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Ныҡлы баҫып торған саҡтарың.
50 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Күңелеңдә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен!
Изге теләктәр менән әсәйең, ҡәйнәң, ҡайның, барлыҡ туғандарың, ҡатының Әлфирә, ҡыҙың Әлиә, улдарың Әмир, Асҡар.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: