-7 °С
Болотло
Һеҙҙең быуын күп милләтле Рәсәй халҡының традицияларын һаҡлап ҡалыуҙан тыш, бөгөн дә, пенсия йәшендә, йәмғиәттә мөһим социаль роль уйнай. Һеҙ ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе тәрбиәләүҙә ярҙам итәһегеҙ, йәмғиәттең сәйәси, йәмәғәт тормошонда ҡатнашаһығыҙ, кәсептәрҙе һәм сәнғәтте үҫтерәһегеҙ, шәхси һаулығығыҙҙы һәм физик формағыҙҙы һаҡлау өсөн күп көс һалаһығыҙ, иң мөһиме – район тормошон һәм үҫешен иғтибар менән күҙәтәһегеҙ.
Хеҙмәтегеҙ, изгелегегеҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм рух күтәренкелеге теләйбеҙ!