Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Октябрь 2025, 09:35

Хөрмәтле өлкән быуын вәкилдәре!

Октябрҙең беренсе көнө – фиҙаҡәр һәм ҡаһарман хеҙмәте менән илебеҙҙе төҙөгән, уның үҫеше өсөн бар көсөн һалған ҡәҙерле оло быуын вәкилдәренә хөрмәт күрһәтеү көнө. Бөгөнгө илебеҙҙең бар байлығы һәм ғорурлығы һеҙҙең ҡулдар менән булдырылған. Һеҙҙең тырышлыҡ менән Тыуған илебеҙҙең рухи һәм мәҙәни-тарихи традициялары һаҡлана.

Хөрмәтле өлкән быуын  вәкилдәре!
Хөрмәтле өлкән быуын вәкилдәре!

Һеҙ бөгөн дә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашаһығыҙ, йәш быуынды тәрбиәләү эшенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерәһегеҙ, үҫеп килгән мәсетлеләргә өлгө булып тораһығыҙ. Һеҙгә хас маҡсатҡа ынтылыу, көс, фиҙаҡәрлек, әүҙем тормош һәм гражданлыҡ позицияһы – киләсәк быуын өсөн иң яҡшы йүнәлеш.
Ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, яҡындарығыҙ хәстәрлеген һәм күңел йылыһын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һәр яңы көн тик шатлыҡлы мәлдәр алып килһен, ә йорттарығыҙҙа тыныслыҡ һәм именлек булһын!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

* * *

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған байрам саралары

1 октябрҙә 12.00 сәғәттә район Мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған концерт уҙа.
11.00 сәғәттә “Октябрь” кинозалында (Оло Ыҡтамаҡ ауылы) “Белый, белый снег” фильмы бушлай күрһәтелә, 17.00 сәғәттә – МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн “Зверо-полис” фильмы.
Категория: 6+

Автор: