Әжекәй ауылынан яратҡан, һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ БӘҺИӘ НИҒӘМӘТ ҡыҙы ИХЪЯЕВАны ысын күңелдән 90 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф, көс, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең хөрмәтендә һәм һөйөүендә, именлектә һәм муллыҡта оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һин – беҙҙең тормошобоҙҙа иң изге күңелле, алсаҡ кеше, ныҡлы терәк һәм таяныс. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Алдағы көндәрең аяҙ, йылы, матур булыуын теләйбеҙ. Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Зөбәйҙә, Менәүәрә, кейәүҙәрең Риялит, Тәлғәт, ейәнсәрҙәрең Лилиә, Әлфиә һәм Зәлиә, кейәүҙәрең Марат, Динар, Рәмил, бүләсәрҙәрең Камилла, Данила, Айгөл, Зарина, Алиана, Милана, Мәрйәм, Әминә һәм бүләң Динислам.
* * *
Ясин ауылынан ҡәҙерле һәм яратҡан ирем, атай-олатайыбыҙ АЙНУР ДАНЬЯН улы ХӘЙРЕТДИНОВты ысын күңелдән 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, көс-дәрт, уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Һәр көн яҡшы хәбәрҙәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулып килһен. Һин – беҙҙең терәк-таяныс, көс сығанағы һәм тормош юлыбыҙҙа күркәм өлгө. Артабан да йәшлек дәртен һүндермәй, яратҡан, үҙ һүҙендә торған, ышаныслы һәм хәстәрлекле ир, атай-олатай булып ҡал. Барлыҡ уй-хыялдарың тормошҡа ашһын. Беҙ һине сикһеҙ яратабыҙ.
65 йәшкә еткән ир-егеттәр
Ил ағаһы тигән дан ала.
Ҡылған ғәмәлдәре өлгө була,
Әйткән һүҙе хаҡлыҡ һанала.
65 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшнәр саҡтары.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Ныҡлы баҫып торған саҡтары!
Иң изге теләктәр менән яратҡан ҡатының Рәзилә, улдарың Артур, Адис, Руслан, килендәрең Наилә, Гөлназ, Ләйсән, ейәндәрең Алмаз, Тимур, Самат, ейәнсәрҙәрең Амелия, Әминә, Камила.
* * *
23 сентябрҙә Оло Аҡа ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ ФӘНҮЗӘ ВӘҠИФ ҡыҙы МӨХӘМӘТОВА күркәм ғүмер байрамын – 65 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙгә артабан да бәхетле, яратҡан, ихлас, изге күңелле, сәләмәт, өлгөр булып ҡалыуын теләйбеҙ. Туғандарың һине йылы һүҙҙәре, шатлыҡлы осрашыуҙары, ихлас хәстәрлектәре менән һөйөндөрһөн. Ғаиләңдә тыныслыҡ һәм именлек булһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Тыуған көнөң менән!
Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе туғандарың иң ихлас һәм изге теләктәрен юллай. Хыялдарың тормошҡа ашһын!
Ҡотлау менән туғаның Фәниә һәм кейәүең Әүәл Раяновтар.
Йыланыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, нәнәйебеҙ ЛЕНА РӘҮЕЛ ҡыҙы ФАЗЫЛОВАны 65 йәшлек ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, ауырыу-һыҙланыуһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Тыуар таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын! Беҙ һине яратабыҙ!
Тыуған көнөң, әсәй, алып килһен
Бары сәләмәтлек, шатлыҡтар,
Беҙгә биргән йөрәк йылыларың
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Фәрит Юлай улы, ҡыҙҙарың Гөлназ, Гөлгенә, улың Флорид, кейәүең Юрис, киленең Лида, ейәндәрең Нияз, Юлдаш, Самир, ейәнсәрҙәрең Наҙлыгөл һәм Таңһылыу.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ – Мәләкәҫ ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы ЗӨЛХИЗӘ РАИН ҡыҙы ҒӘЛӘҮЕВАны күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Юбилейығыҙ уңайынан Һеҙгә күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек өсөн тәрән ихтирам һәм ихлас рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Һеҙгә именлек, үҙ көсөгөҙгә ышаныс теләйбеҙ, ғүмерегеҙҙең һәр минуты ҡабатланмаҫ, әһәмиәтле һәм бәхетле булһын.
Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға оҙаҡ йылдарға етәрлек көс-дәрт, оҙон һәм әүҙем ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, шәхси бәхет, именлек теләйбеҙ!
Ҡотлау менән район мәҙәниәт бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы коллективтары.
* * *
Ошо көндәрҙә һөйөклө тормош иптәшем, ярат-ҡан әсәйебеҙ, ҡәҙерле туғаныбыҙ ЗӨЛХИЗӘ РАИН ҡыҙы ҒӘЛӘҮЕВА оло байрамын – 50 йәшлек юбилейлы тыуған көнөн ҡаршылай.
Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар,
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Кәрәк түгел алтын-көмөшө лә,
Ситтә торһон барлыҡ байлыҡтар.
Тыуған өйҙөң ишеген асып ингәс,
Ҡаршы алыр әлдә әсәй бар.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мансур, ҡыҙың Илүзә, кейәүең Рәсим һәм яҡын туғандарың.
* * *
Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе һөйөклө ирем, атай-олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ ИЛЬЯС БАҠЫЙ улы ӘҮХӘҘИЕВты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә тормош именлеге, ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Алдағы көндәрең тик яҡшы хәбәрҙәр, ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар менән тулып килһен. Артабан да аҡыллы, ғәҙел, тормошто яратыусан булып ҡал. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һин булғанда ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып,
Йәшә һин шулай йөҙгәсә!
Иң изге теләктәр менән яратҡан ҡатының, улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.