Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
7 Февраль , 10:10

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле ФӘРИҘӘ ДАМИР ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА!
Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхет менән тулы сәләмәтлектә оҙон ғүмер теләйбеҙ. Күңелегеҙ моң-дәрт менән тулһын, йәшлек матурлығын ташламай, нурға тулып йәшәгеҙ, ә янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан ғаиләгеҙ булһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә Һеҙгә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерегеҙ оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшәгеҙ матур йыр һымаҡ!
Ҡотлау менән “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы һәм типография коллективтары.

* * *

Абдулла ауылында йәшәүсе һөйөклө ҡатыным, әниебеҙ, өләсәйебеҙ ВӘСИМӘ МУЛЛАНУР ҡыҙы СӘҒҘИЕВАны матур ғүмер байрамы – 70 йәше тулыу көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ул тырыш, уңған, хәстәрле, дәртле ҡатын да, әни ҙә, өләсәй ҙә. Ҡәҙерлебеҙ күп йылдар Пермь ҡалаһында заводта эшләне – хужалыҡ буйынса цех начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы, 15 йыл профсоюз комитеты рәйесе булып халыҡ менән бергә йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашты һәм бик күп ҡотлауҙар, грамоталар, Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы миҙалы менән бүләкләнде. Әле лә ауылдың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, “Ынйы” ансамблендә сығыш яһай, матур итеп гөлдәр, йәшелсә-емеш үҫтерә.
Һөйөклөбөҙ, һиңә көс-ҡеүәт, сәләмәтлек, күтәренке күңел, оптимизм теләйбеҙ. Артабан да алсаҡ сырайлы, тормошто яратыусан булып ҡал. Йөрәк йылыңды тирә-яҡтағылар менән өләшеп йәшә.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер ағышың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һин булғанда ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып
Йәшә шулай Хоҙай ҡушҡанса!
Ҡотлау менән тормош иптәше Данис, балалары, ейәндәре.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: