Һөләймән ауылында йәшәүсе ҡәҙерле атай-олатайыбыҙ ДАМИР ЯҠУП улы ҺӘҘИУЛЛИНды 90 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, йәшәү дәрте, көс-дарман, именлек, баш өҫтөндә тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсәрҙәреңдең уңыштарына ҡыуанып, беҙгә терәк һәм кәрәк булып йәшәргә яҙһын. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, һинең менән ғорурланабыҙ. Һин беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө булып тораһың. Әле лә тормош һынау-ҙарына бирешмәй, матур ғүмер итәһең.
Юбилейың менән, атай! Алда беҙҙең менән бергә бик күп йылдар яҡты һәм бәхетле ғүмер итергә яҙһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Бөтә балаларың һәм ейәндәрең, туғандарың исеменән ҡыҙың Венера, кейәүең Иҙрис.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле, һөйөклө, хөрмәтле ЙЫҺАНУР ФӘРРӘХ улы ХАРРАСОВты юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Изге теләктәр менән ҡатының Зимфира, ҡыҙҙарың Лена, Лилиә, кейәүең Рөстәм, ейәндәрең Ғәлиәскәр, Арыҫлан, Артур, ейәнсәрҙәрең Амалия, Мәҙинә.
* * *
Һабанаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ, әбейебеҙ ТӘМИМӘ ШӘРХИ ҡыҙы ЯМАЛЕТДИНОВАны ысын күңелдән 94 йәшлек ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф, күңел тыныслығы, йәшәү дәрте, балаларыңдың, туғандарыңдың, яҡындарыңдың һөйөүендә, ихтирамында һәм хөрмәтендә йәшәүеңде теләйбеҙ!
Ҡотлау менән балаларың һәм барлыҡ
туғандарың исеменән Салйоғот ауылынан
Ильясовтар ғаиләһе.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған МАРС ЙЫҺАНГИР улы ХАНОВты юбилейлы тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө һәм бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Һис бер ҡайғы күрмәй, ауырыу белмәй,
Бирешмәйсә йәшә донъяла.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә,
Йәш булып ҡал һәр саҡ тормошта.
Шатлығын да, ҡайғыһын да күрҙең
Беҙҙең өсөн ғүмер буйына.
Рәхмәтебеҙ оло шуның өсөн,
Һинән яҡшы кеше юҡ беҙгә!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Мәүлиҙә, балаларың, ейәндәрең, һеңлең Гөлсинә, туғандарың.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ГӨЛСАРА МӘҒӘФҮР ҡыҙы ҠАЗЫЕВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин 70 йыл ғүмер юлыңды, матур тәьҫораттар тыуҙырып, лайыҡлы һәм матур уҙҙың. Алдағы тормошоңда ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Тормошоң тик яҡшы хәбәрҙәр, ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар менән тулы булһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, хәстәрлегең һәм һөйөүең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Ҡотлау менән ирең, улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ҡыҙым, әсәйебеҙ СВЕТЛАНА РАДИК ҡыҙы ЗАҺИҘУЛЛИНАны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һиңә күңел йылыһы, һөйөүең һәм беҙҙе хәстәрләүең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Хоҙай һине үҙе ҡурсалап торһон, сәләмәтлек, именлек, көс, яҡшы кәйеф теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, атайың, улың Эдуард, киленең Айгөл.