Теләш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ ДАМИР ФАЗЫЛЙӘН улы БИКТАШЕВты тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ирем 1951 йылдың 1 ғинуарында тыуған. Туғыҙ баланы йәтим ҡалдырып, атайҙары иртә баҡыйлыҡҡа күсә, ғаилә бик ауыр хәлдә ҡала. Оло ағаһы ситтә эшләп йөрөй, әммә уның туғандарын ҡарашырға мөмкинлеге булмай. Шуға күрә ирем яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Тормош ауырлығы уның иңенә төшә. Инәһе яғыулыҡ ҡойоу станцияһында эшләй, Дамир “Коммунист” колхозында малсылыҡта хеҙмәт юлын башлай. Артабан тракторсыға уҡып сыға һәм хеҙмәт юлын механизатор булып дауам итә. Колхозда яҡшы эшләгән өсөн 1970 йылда, 19 йәшлек кенә сағында, “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Шулай уҡ уның КПРФ Үҙәк комитетының “Башҡорт АССР-ы ойошторолоуға 100 йыл” иҫтәлекле миҙалы бар.
Ҡәҙерлебеҙгә оҙон ғүмер, таҙалыҡ, именлек, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!
Изге теләктәр менән ҡатының Фаягөл, ҡыҙҙарың Гөлгенә, Дилара, кейәүҙәрең Фәнис, Эрик, ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, улыбыҙ, атайыбыҙ, олатайым ИЛНУР РАЛИФ улы ҒӘҮНЕТДИНОВ-ты 45 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, баш өҫтөндә тыныс күк йөҙө, шатлыҡ-ҡыуаныстар, муллыҡ теләйбеҙ.
Был юбилей – әле тик бер баҫҡыс
Бейеклеккә барған юлдарҙа.
Сәләмәтлек, бәхет һәм уңыштар
Юлдаш булһын бик күп йылдарға.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән ҡатыны Айгөл, атаһы Ралиф, әсәһе Гөлсимә, улдары Арсен, Айнур, Илнар, килене Алена, ҡыҙы Лидия, кейәүе Александр, ейәнсәре Анна.