Мәләкәҫ ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ТӘНЗИЛӘ ЗАКИРЙӘН ҡыҙы ЙОСОПОВАны 75 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ. Оҙон ғүмер, тән сихәте, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып йәшәүеңде теләйбеҙ.
Сәстәреңә, әсәй, сал керһә лә,
Һин бит беҙҙең йөрәк түрендә.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, ауырымайса,
Һин был донъяла бер генә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙары, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләһе, бүләсәре.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ – ветеран уҡытыусы ТӘНЗИЛӘ ЗАКИРЙӘН ҡыҙы ЙОСОПОВАны (ӘХМӘҘИЕВА) 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Тәнзилә Закирйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар Теләш урта мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып эшләне, балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләне. Юбилярға рух ныҡлығы, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, үҙен яҡшы тойоуын, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һеҙҙең тормошоғоҙ яҡшы яңылыҡтар, шатлыҡлы хәл-ваҡиғалар менән генә тулы булһын. Туғандарығыҙҙың, балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең хәстәрлегендә ғүмер кисерегеҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Изге теләктәр менән Теләш мәктәбенең ветеран уҡытыусылары.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ – Тайыш ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы МИЛӘҮШӘ ӘМҮӘЛ ҡыҙы МОСТАФИНАны 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Тормошоғоҙҙоң һәр мәле ҡабатланмаҫ, әһәмиәтле һәм уңышлы булһын. Һеҙгә ысын күңелдән именлек, үҙ көсөгөҙгә ышаныс, күңел көсөгөҙҙө һәм йәшлегегеҙҙе оҙаҡ йылдарға һаҡлауығыҙҙы, оҙон һәм әүҙем ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәхет-ҡыуаныстар, Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға именлек теләйбеҙ!
Район мәҙәниәт бүлеге, Мәҙәниәт һарайы коллективтары.
* * *
Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡатыным, ҡыҙым, киленебеҙ, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ ЗӨЛФИӘ РӘЙЕС ҡыҙы СӘХӘҮЕТДИНОВАны 50 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Оло йөрәкле, егәрле Зөлфиә Рәйес ҡыҙы бөтә ғүмерен балаларға белем, тәрбиә биреүгә бағышланы. 2011 йылдан директор вазифаһы йөкмәтелә. Уның хеҙмәт стажы – 30 йыл. Был вазифала уҡыу-сыларына ғына түгел, ә уларҙың ата-әсәләренә, коллегаларына ла хәстәрлекле, ғәҙел һәм талапсан булып ҡала.
Мәктәпте үҫтереү өсөн яуаплы һәм намыҫлы эшләй, үҙенә ышанып тапшырылған барлыҡ бурыстарҙы үтәй һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итергә тырыша беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.
Уҡытыу эшендә балаларға белем биреү менән генә сикләнмәй, ә яҡшылыҡ менән яуызлыҡты айырырға, эшһөйәр һәм намыҫлы булырға өйрәтә. Уларҙы яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Һәр баланың эске донъяһын күреп, уның эске потенциалын асырға, бай эске донъя менән үҙ-үҙен тәьмин итеүсе шәхес булыу хыялына алып барырға тырыша.
Иң яҡшы әсәй, өләсәй ҙә, иң матур, һылыу ҡатын да, уңған килен дә, яратҡан ҡыҙ ҙа, апай ҙа һин. Тыуған көнөң менән тәбрикләп, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, йылы усағыбыҙ, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын.
Наҙлы һөйөүең, хәстәрлегең, сыҙамлы булғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Һин донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһе, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ.
Был көн шундай күңелле һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡты һин булғанда.
Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға,
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Азамат, улың Салауат, ҡыҙың Азалия, киленең Гөлнур, кейәүең Әмир, әсәйең Флүзә, ейән-ейәнсәрҙәрең, ҡайның Абрар һәм ҡәйнәң Гөлнур.
* * *
Абдулла ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ ИЛМИР ДАМИР улы САФИНды 30 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һин әле генә ҙур хыялдар менән йәшәгән йәш үҫмер инең, ә бөгөн – яуаплы, етди, көслө, нимә теләгәнеңде аныҡ белгән һәм уны тормошҡа ашырыуға тура атлаған ир-егет. Юлыңда осраған барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, эҙләгәнеңде табып, маҡсатыңа ирешеп, бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Кәйефең һәр ваҡыт яҡшы, сәләмәтлегең ныҡлы булһын!
Изге теләктәр менән Яхиндар, Сафиндар һәм барлыҡ туғандарың.
* * *
Информатика дәрестәрен алып барған хөрмәтле коллегабыҙ ИЛМИР ДАМИР улы САФИНды юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
30 йәш – ул матур, дәртле ваҡыт. Алда Һеҙҙе бик күп мөмкинлектәр һәм юлдар көтә. Һайлаған юлығыҙҙың дөрөҫ булыуын, барлыҡ башланғыстарҙа ла уңыштар теләйбеҙ. Тормошоғоҙ оптимизм, сәләмәтлек, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән тулһын, янығыҙҙа тик яратҡан һәм тоғро кешеләр генә булһын!
Изге теләктәр менән Абдулла мәктәбе-балалар баҡсаһы коллективы.