Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
29 Ноябрь , 10:10

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Яңы Мишәр ауылынан АБРАР АБЗАЛ улы СӘХӘҮЕТДИНОВты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Атай-олатайыбыҙға сәләмәтлек, көс һәм йәшәү дәрте, әсәй-өләсәйебеҙ Гөлнур Заһир ҡыҙы менән тигеҙ ғүмер теләйбеҙ.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, һиңә, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда!
Иң изге теләктәр менән улың Азамат, киленең Зөлфиә, ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Яңы Мишәр ауылынан ФЛҮЗӘ НУРТДИН ҡыҙы МОРАТОВАны 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә сәләмәтлек, тормош йәме теләйбеҙ. Ейән-ейәнсәрҙәреңдең иғтибарын, ихтирамын тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.
Донъя мәшәҡәттәрен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Зөлфиә, кейәүең Азамат, улың Руслан, киленең Лилиә һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

* * *

Ҡотош ауылында йәшәүсе уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле ҡатыным, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, әңкәйебеҙ КЛАРА СӘҒИТ ҡыҙы ШАФИҠОВАны 70 йәшлек күркәм юбилейы һәм ҡәҙерле атайыбыҙ ФӘРҮӘЗ НӘҒИМ улы менән бергә 50 йыл йәшәүҙәре уңайынан ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, уңыштар, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүләгеҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Әсәй, күңелеңдәге йән йылыһын һүндермәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып, атайыбыҙ менән бергә оҙон-оҙаҡ ғүмер кисер. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Беҙ һине яратабыҙ!
Сәстәреңә, әсәй, сал керһә лә,
Һин бит беҙҙең йөрәк түрендә.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, ауырымайынса,
Һин был донъяла бер генә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше, улдары, килендәре, ҡыҙы, кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләһе.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ ДАМИР НИЯЗ улы РӘХМӘТУЛЛИНды 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һөйөклө туғаныбыҙға ошо күркәм байрамында иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Артабан да шулай күркәм кеше булып ҡал, бәхетле бул, тормошҡа ҡыуанып йәшә. Тормош мәшәҡәттәре тик ҡыуаныстар ғына алып килһен. Ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ көс-ҡеүәт, именлек һәм уңыштар теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән Дания апайың, Лариса.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор:Лариса Михалькова