Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
8 Ноябрь , 10:30

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, яратҡан апайыбыҙ, һөйөклө ҡатыным һәм әсәйебеҙ ЗӘЛИФӘ ФӘРҮӘЗ ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНА 45 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Яҡыныбыҙҙы матур байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ изге йөрәкле, атай-әсәйенә таянырлыҡ бала, ышаныслы тормош иптәше, хәстәрлекле апай, һеңлеһенә серҙәш, балаларына һоҡланырлыҡ әсәй ул. Тәбиғәткә ҡара көҙ һырылған мәлдә донъяға килһәң дә, һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Киләсәктә лә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә шатланып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың уңыштарына ҡыуанып, дуҫ-иштәрең, туғандарың менән бергә йәшәргә яҙһын.
Ошо көндәрҙә яҡыныбыҙ яңы вазифаға – “Урал” телестудияһының етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Уны тормошондағы яңы башланғыс менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм эшендә уңыштар, яңы идеялар, сабырлыҡ теләйбеҙ!
Ҡотлау менән атаһы Фәрүәз, әсәһе Рәзифә, һеңлеһе Флүзә, кейәүе Булат, бәләкәс һеңлеләре Әминә, Мәҙинә, тормош иптәше Вадим, балалары Айгүзәл, Тамерлан һәм Спартак.

* * *

“Урал” телестудияһы директор-мөхәррире – хөрмәтле ЗӘЛИФӘ ФӘРҮӘЗ ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНАны күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле Зәлифә Фәрүәз ҡыҙы!
Беҙ Һеҙҙе тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы башҡарған белгес булараҡ беләбеҙ. Күп йылдар дауамында Һеҙ һүнмәҫ дәрт һәм энтузиазм менән Мәсетле районы мәҙәниәтен үҫтереү эшенә хеҙмәт итәһегеҙ. Һеҙгә уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ҡыҙыҡлы, һөҙөмтәле идеялар һәм мөмкинлектәр, рух күтәренкелеге һәм һәр саҡ яҡшы кәйеф теләйбеҙ. Һеҙ күңел көсөн, тәжрибә һәм белемегеҙҙе һалған изге эшегеҙ шатлыҡ, яңы һөнәри ҡаҙаныштар килтерһен, ә өйөгөҙҙә һәр саҡ һөйөү, тыныслыҡ һәм йәм, изгелек һәм хәстәрлек, аңлау, ярҙам һәм именлек көтһөн!
Район мәҙәниәт бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы коллективтары.

* * *

Әбдрәхим ауылында йәшәүсе һөйөклө ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ МӘРФУҒА ФӘТТӘХ ҡыҙы ФӘТҠУЛЛИНАны 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, донъялағы иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә, иң мөһиме, һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы көндәр теләйбеҙ. Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең иғтибарын, ихтирамын тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип булһын. Әсәй! Яҡшы тәрбиә биреп үҫтергәнең, аҡыллы кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һиңә ҙур рәхмәт! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек, һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы. Киләсәктә лә тыуған йортобоҙға йәм биреп, әтейебеҙ менән шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп, балаларыңа һәм барлыҡ туғандарыңа терәк-таяныс булып оҙаҡ йылдар матур ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Ҡотлау менән тормош иптәше Рауфан, ҡыҙҙары Эльзида, Эльвира, кейәүҙәре Руслан, Азат, ейәне Арслан, ейәнсәрҙәре Динә, Азалия, барлыҡ туғандары.
* * *
11 ноябрҙә Әбдрәхим ауылында ғүмер итеүсе апайыбыҙ МӘРФУҒА ФӘТТӘХ ҡыҙы ФӘТҠУЛЛИНАға 70 йәш була.
Ул яратҡан әсәй, уңған ҡатын, өлгөр өләсәй, ышаныслы апай, ут күрше. Атай-әсәйебеҙ уға тыуғас та йырҙарҙа йырланғанса Мәрфуға тигән матур исем биргән. Улар: “Гөлмәрфуға, барһаң һыуға, һөйләшербеҙ барыһын да”, – тип яратып йырлай ине. Апайыбыҙ – етмеш төрлө һөнәр эйәһе: шәлдәр, ойоҡбаштар, ултырғыс ябыуҙары бәйләй, күлдәктәр, алъяпҡыстар тегә, гөл-сәскәләр үҫтерә, аш-һыу оҫтаһы.
Еҙнәм Рауфан Барый улы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, ейәндәрен ҡарарға, уҡытырға ярҙамлашалар. Ҡыҙҙары Нефтеюганск ҡалаһында балалар баҡсаһында эшләй. Әсәләре кеүек уңғандар, ярҙамсылдар, алсаҡтар. Мәрфуға апайыбыҙға мең-мең рәхмәтлебеҙ. Үҫкәндә беҙгә күлдәктәр, юбкалар текте, Ивановола эшләгәндә беҙгә, студент туғандарына, ныҡ ярҙамлашты. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Әбдрәхимдә һатыусы булып эшләне. Хәҙер баҡсаһындағы матур сәскәләре, тәмле аштары менән ҡыуандыра, шифалы доғалары менән оҙатып ҡала, йорто балҡып нур сәсеп тора.
Ҡәҙерле туғаныбыҙ, яратҡан апайыбыҙ, юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Гел шат йәшә ерҙә, сәләмәт бул, һәр көнөң шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулып килһен. Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә, йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен!
Ҡотлау менән һеңлекәштәре, кейәүҙәре, туғандары.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: