Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
4 Ноябрь , 09:00

Хөрмәтле мәсетлеләр!

Дәүләт кимәлендәге ҙур байрам – Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Хөрмәтле мәсетлеләр!
Хөрмәтле мәсетлеләр!

Был байрам хаҡлы рәүештә Рәсәй халҡының берҙәмлеге һәм рухи батырлығы символы булып иҫәпләнә. Ул XVII быуат башында Рәсәй дәүләтендә халыҡ ополчение-һының поляк илбаҫарҙарын еңеүе айҡанлы булдырылған. Дүрт быуат элек халҡыбыҙ тыуған ерен илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, Ватанын ҡотҡарыуҙы өҫтөн ҡуйып, берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ күрһәткән.
Бындай һынауҙар Рәсәй иңенә бер нисә тапҡыр төшә. Һәм унда йәшәгән халыҡтар Тыуған илен һәр саҡ бергә яҡлай. Рәсәй – бөйөк һәм ҡеүәтле күп милләтле ил! Рәсәй халҡы – ул бай тарихҡа, үҙенсәлекле мәҙәни мираҫҡа һәм ныҡлы рух көсөнә эйә булған халыҡ. Беҙ һәр саҡ берҙәм булып ҡаласаҡбыҙ.
Әлеге ваҡытта Рәсәй именлегенә тағы ла хәүеф янай. Милләтенә һәм диненә ҡарамай, илебеҙ халыҡтары үҙ азатлығын, ата-бабаларыбыҙ васыят иткән традицияларҙы һәм ҡиммәттәрҙе һаҡлап, тыныс йәшәү мөмкинлеген яҡлау өсөн йәнә күтәрелде. Бөгөн хәрби кейем кейеп, Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафына баҫҡан һаҡсыларыбыҙға рәхмәт һәм ғорурлыҡ менән ҡарайбыҙ. Һәр быуаттағы кеүек, бөгөн дә фронт менән тылдың берләшеүе еңеүҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙе булып тора. Беҙ – бергә. Беҙ киләсәгебеҙҙе, балаларыбыҙҙың, илебеҙҙең киләсәген һаҡлайбыҙ.
Бер-беребеҙгә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек тәрбиәләү һәм берҙәмлек районыбыҙҙың, Башҡортостан Республикаһының һәм Ватаныбыҙҙың уңышлы үҫешенә һәр ваҡыт гарантия булып хеҙмәт итер, тип ышанабыҙ.
Барығыҙға ла ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, иртәгәһе көнгә ышаныс, тыныслыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

Автор: