Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Ноябрь , 10:20

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ВЕНЕРА ДӘҮЛӘТША ҡыҙы ВӘЛИЕВА-ны оло ғүмер байрамы – 90 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙе күркәм байрамы менән тәбрикләп, ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел тыныслығы, яҡты өмөттәр, үҙен яҡшы тойоуын, күтәренке кәйеф теләйбеҙ. Иң яҡшы, иң һөйөклө, иң яратҡан ҡатын һәм әсәй-өләсәй булып ҡал.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән ирең, балаларың, килендәрең, кейәүең, күп һанлы ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.
* * *
Октябрьск ауылынан ҡәҙерле һәм яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ГӨЛИРӘ ҒӘЛИМЙӘН ҡыҙы ҒӘБИТОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙ, бөгөн һинең 75 йәшлек юбилейыңды билдәләүебеҙгә бик шатбыҙ. Артабан да изге күңелле, аҡыллы, алсаҡ булып ҡал. Һиңә сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Һәр көн тик бәхет һәм шатлыҡ алып килһен. Һинең хеҙмәт яратыуың, ҡыйыулығың һәм тормош һынауҙарына бирешмәүең һоҡландыра, шуның өсөн һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ.
75 йәш – әле матур ғүмер,
Борсолма килгән ҡартлыҡҡа.
Иҫәнлекте күберәк бирһен Хоҙай,
Ҡалған ғүмер үтһен шатлыҡта.
Был юбилей – әле тик бер баҫҡыс
Бейеклеккә барған юлдарҙа,
Сәләмәтлек, бәхет һәм уңыштар
Юлдаш булһын бик күп йылдарға.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул,
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре үҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!
Һине яратып һәм хөрмәт итеп ҡыҙҙарың Гөлнара, Юлиә, улдарың Илдар, Руслан, кейәүең Фаил, килендәрең Румия, Зәнилә, ейәндәрең Рафаэль, Зәбир, Марсэн, ейәнсәрҙәрең Марсэлла, Карина, Эльнара, Зарина, Камилла, килендәрең Ирина, Валерия, бүләң Леонель, бүләсәрең Әминә.
* * *
Ләмәҙтамаҡ ауылынан беҙҙең ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ СӘЛИМӘ БАРЫЙ ҡыҙы һәм атай-олатайыбыҙ ВЛАДИК ҒӘЛИУЛЛА улы ЯҠУПОВТАРҙы күркәм ғаилә байрамы – яҡут туйҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һөйөклө әсәй һәм атай, һеҙ 40 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп бер һуҡмаҡтан атлайһығыҙ, ғаилә шатлыҡтарын бергә уртаҡлашып, һынауҙарҙы бергә еңеп, ғаилә усағын һаҡлап тотаһығыҙ. Артабан да бергә-бергә сәләмәтлектә, именлектә, аңлашып, һөйөлөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, изге өмөттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар насип итһен Хоҙай. Һеҙ беҙҙең терәк һәм таяныс. Беҙ һеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.
* * *
Аҙанғол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле апайыбыҙ, һеңлебеҙ РОЗА ТИМЕРБАЙ ҡыҙы ЗАКИРОВАны юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле һәм бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Балаларыңдың изгелеген күреп, оҙаҡ йылдар ҡәҙерле һәм хөрмәтле булып йәшәргә насип итһен.
Юбилейың ҡотло булһын,
Теләйбеҙ бәхет кенә.
Һөйөндөрһөн һәр бер көнөң
Шатлыҡтар килеп кенә.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты, матур тормош –
Беҙҙең һиңә әйтер теләктәр!
Барлыҡ туғандарың исеменән Фәнгизә, Ришат.
* * *
Аҙанғол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡоҙағыйыбыҙ РОЗА ТИМЕРБАЙ ҡыҙы ЗАКИРОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе юбилейы менән ҡотлап, донъялағы иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Һиңә, иң мөһиме, һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы көндәр теләйбеҙ. Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең иғтибарын, ихтирамын тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип булһын. Әсәй, яҡшы тәрбиә биреп үҫтергәнең, аҡыллы кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һиңә ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә тыуған йортобоҙға йәм биреп, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп, балаларыңа һәм барлыҡ туғандарыңа терәк-таяныс булып оҙаҡ йылдар матур ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Рәхмәт, әсәй, ҡояш кеүек булғаныңа,
Үҫтерҙең һин беҙҙе яратып.
Йәшәйһең матур донъябыҙға бары
Изге, яҡты нурҙар таратып.
Беҙ теләйбеҙ һиңә яҡты көндәр,
Көлөп йәшә ерҙә яҙ һымаҡ.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Рәхәтләнеп, әйҙә, йөҙ йәшә!
Ҡотлау менән һине яратып ирең Ринат, улдарың Ришат, Таһир, Рөстәм, килендәрең Эльвира, Айгөл, ейәндәрең Адис, Тимур, Баязит, ейәнсәрҙә-рең Элиза, Арина, Нәркәс, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың.
* * *
Яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ТАМАРА ИВАНОВНА ӘМИРОВАны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, оптимизм, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Ҡотлау менән улы Андрей, ҡыҙы Людмила, ейәнсәрҙәре Светлана, Екатерина, бүләсәрҙәре Ксения, Любовь, Мария.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: