Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
18 Октябрь , 10:10

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Тәкә ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле бул-ған ӘНИСӘ ӘХЙӘМ ҡыҙы ҒӘЙНЕТДИНОВАны ысын күңелдән 85 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Яҡшылығың, изгелегең өсөн
Шатлыҡтарҙа үтһен көндәрең!
Иң яҡшы теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләләрең, туғандарың.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе хөрмәтле коллегабыҙ – талантлы педагог МӘҘИНӘ МӨХӘМӘТНУР ҡыҙы БИКТАШЕВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә шатлыҡлы яҡты көндәр, ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Тыуған көндә матур теләк
Булһын әле үҙегеҙгә:
Күктән ҡояш балҡып торһон,
Нурҙар һибеп йөҙөгөҙгә.
Шаулап сәскә атып торһон
Баҡсаларҙа гөлдәрегеҙ,
Бөгөнгөләй йәмле үтһен
Киләсәктә көндәрегеҙ.
Иң яратҡан матур ҡоштар
Һайраһындар болонда,
Иҫәнлек-һаулыҡ, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын юлығыҙҙа!
Иң изге теләктәр менән Теләш мәктәбенең ветеран уҡытыусылары.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ФӘРЗӘНӘ ӘХӘТ ҡыҙы ХӘСӘНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Бына ул мөһим көн килеп тә етте – һиңә 75 йәш тулды, ҡәҙерлебеҙ. Һине күркәм ғүмер байрамың менән ҡотлап, ябай, әммә бик мөһим һүҙҙәрҙе әйтергә теләйбеҙ. Һин һәр ваҡыт минең өсөн ныҡлы терәк, таянырлыҡ яҡыным булдың. Һин миңә мәктәп йылдарында ла, оло тормош юлында ла ярҙам итеүҙән туҡтаманың. Һинең хәстәрлегең һәм күңел йылың, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, көн һайын йөрәгемдә ҡала. Һин миңә ғүмер бүләк иттең, был донъяны яратырға, һәр минутты ҡәҙерләргә өйрәттең.
Мин һинең бөтә тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеүеңде күрҙем. Һин бирешмәҫкә өйрәттең, хатта ауыр саҡта ла. Тормошомдоң тәүге етди һынау-ҙарына юлыҡҡанда, мине сыҙамлыҡҡа һәм сабырлыҡҡа өйрәттең. Һинең ябайлығыңда һәм ихласлығыңда ғәжәйеп бер көс бар – тап ошо һине шундай үҙенсәлекле һәм ысын кеше итә. Ябай эштәрең, көндәлек изгелегең һәм яҡындарыңа ҡарата иғтибарың беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе булып ҡала.
Был көндө һинең беҙҙең һөйөүебеҙҙе һәм ярҙамыбыҙҙы тойоуыңды теләйем. Был юбилей һиңә шатлыҡ килтерһен, һәр минуты йылылыҡ һәм йылмайыу менән тулы булһын. Беҙ был көндө һинең өсөн айырыуса иҫтәлекле итергә теләйбеҙ, шуға күрә һиңә бөтә хәстәрлек һәм һөйөүебеҙҙе бүләк итеү өсөн уны бергә үткәрергә йыйынабыҙ. Беҙ һиңә һаулыҡ, көс һәм ғүмереңдең һәр көнөнән ләззәт алып йәшәүеңде теләйбеҙ. Һин иң яҡшыһына лайыҡ, сөнки һинең изгелегең һәм көсөң беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө булып тора.
Тыуған көнөң менән, әсәй! Алда беҙҙең менән бергә яҡты һәм бәхетле йылдар күп булһын, улар уртаҡ мәлдәр, ғаилә байрамдары һәм яңы йылы хәтирәләр менән тулып килһен!
Һине өҙөлөп яратҡан улың Рөстәм, ейәнең Радмир, ейәнсәрең Зарина.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ АСИЯ ҒӘРӘФЕТДИН ҡыҙы ЮНЫСОВА-ны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙгә сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Тормош юлың сағыу һәм яҡты булһын, яҡындарың һине ҡыуандырып, ҡурсалап торһон, күңелең шатлыҡ менән тулһын һәм хыялдарың тормошҡа ашһын.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын һиңә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Байрамыңдың матур хәтирәһе
Күңелеңдә ҡалһын уйылып.
Тәбрикләйбеҙ һине ысын күңелдән,
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!
Иң изге теләктәр менән улың Илнар, киленең Зөһрә, ейәндәрең Наил һәм Илмир.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан яратҡан, ҡәҙерле туғаныбыҙ АСИЯ ҒӘРӘФЕТДИН ҡыҙы ЮНЫСОВАны 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, ошо күркәм ғүмер байрамыңда беҙҙең теләктәрҙе ҡабул итеп ал һәм артабан да һөйкөмлө, һоҡланғыс, аҡыллы, позитив булып ҡал. Ерҙә йәшәүҙән ләззәт ал, балаларыңдың, туғандарыңдың, яҡындарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген, йылыһын тойоп йәшә. Һәм иң мөһиме – сәләмәт бул.
Етмештәме, етмештә…
Шатлыҡ та күп, һағыш та.
Туры юлдан тайпылманың,
Атламаның яңылыш та.
Етмештәме, етмештә…
Рәхмәт әйтеп яҙмышҡа,
Ҡайғыларға бирешмәнең,
Ғашиҡ булдың тормошҡа.
Етмештәме, етмештә…
Шатлыҡ та күп, һағыш та…
Юл ҡуймайса һағышҡа,
Йәшә, туғаныбыҙ, шатлыҡта!
Ҡотлау менән Әмировтар, Шәрәфетдиновтар ғаиләләре, туғандары (Өфө һәм Сорғот ҡалалары).
* * *
Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ФӘЙЛӘ МИРСАЯФ ҡыҙы НӘБИУЛЛИНАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин – беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, кәрәкле кеше, һин – таяныс һәм өмөт, һин – илһам шишмәһе һәм дөрөҫ кәңәш биреүсе. Ғүмереңдең һәр минутын шатлыҡ-ҡыуаныста үткәр, теләктәрең тор- мошҡа ашһын. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, йәшәү йәме, ғаилә бәхете, шатлыҡлы мәлдәр теләйбеҙ.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Данис, улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Ҡорғат ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Оло Аҡа ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған АЛЬБИНА СӘҒИТ ҡыҙы НУРИЕВАны (САЯРОВА) күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Яҡын кешебеҙгә һөйөнөстәргә тулы бәхетле ғүмер, ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ өмөттәреңдең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Ғүмер юлың оҙон-оҙаҡ булһын,
Тигеҙ тормош уны биҙәһен.
Ғүмерең бәхет менән үтһен,
Ауырлыҡтар бер ҙә килмәһен!
Иң изге теләктәр менән әтейең, Гөлсәсәк апаң, Венера, Гөлшат.
* * *
Хөрмәтле АЛЬБИНА СӘҒИТ ҡыҙы НУРИЕВА!
Һеҙҙе юбилейығыҙ уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ һәм ысын күңелдән сикһеҙ бәхет, именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы аяҙ көндәр теләйбеҙ. Тормошоғоҙҙоң һәр көнө йәм, нур менән тулы булһын, яҡшы кәйеф бүләк итһен!
Ҡотлау менән Оло Аҡа урта мәктәбе коллективы һәм профкомы.
* * *
Юлай ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Абдулла ауылында йәшәүсе яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле әниебеҙ, нәнәйебеҙ МИЛӘҮШӘ ФӘХРЕТДИН ҡыҙы ФАЗЛЫЕВАны күркәм юбилейы менән тәбрик итәбеҙ.
Һин киң күңелле, сабыр, итәғәтле, хеҙмәт һөйөүсән, беҙҙең ныҡлы терәгебеҙ, кәңәшсебеҙ, таянысыбыҙ. Ана шул тыйнаҡлығың, тәрбиәле һәм тырыш булыуың бөгөнгө бәхетеңдең төп нигеҙен тәшкил итә. Барыһы өсөн дә мең рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, мул, бәрәкәтле тормош, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ һиңә. Киләсәктә балаларыбыҙҙың игелеген күреп, үҙ көсөбөҙ менән бөртөкләп булдырған тормошобоҙҙоң рәхәтен күреп, бер-беребеҙҙең берҙән-бере булып гел бергә йәшәһәк ине.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә!
Һине яратып, хөрмәт итеп балаларың, кейәүең, киленең, ейәндәрең исеменән тормош иптәшең Илгиз Вәхит улы Фазлыев.
* * *
Абдулла ауылында йәшәүсе МИЛӘҮШӘ ФӘХРЕТДИН ҡыҙы ФАЗЛЫЕВАны матур байрамы – 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һиңә оҙон, бәхетле ғүмер, ныҡлы таҙалыҡ, муллыҡ, йән тыныслығы, алдағы көндәрҙә лә пар ҡанатлы булып, балалар һәм ейәндәр ҡыуанысы менән сәләмәтлектә йәшәүеңде теләйбеҙ. Гел шулай ябай, кешелекле һәм сабыр булып ҡал.
Юбилейың ҡотло булһын,
Теләйбеҙ бәхет кенә.
Һөйөндөрһөн һәр бер көнөң,
Шатлыҡтар килеп кенә!
Иң изге теләктәр менән Гөлнара, Илназ.
* * *
Абдулла ауылынан ҡәҙерле ҡоҙағыйыбыҙ МИЛӘҮШӘ ФӘХРЕТДИН ҡыҙы ФАЗЛЫЕВАны ысын күңелдән 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡоҙағый, һинең алдағы көндәрең аяҙ, шатлыҡ, нур менән тулы булһын, беҙгә терәк-таяныс булып, оҙон ғүмер кисер. Барлыҡ уй-хыялдарың тормош-ҡа ашһын, һинең оптимизм һәм тормошто һөйөүең ғүмер һуҡмағынан атлағанда көс-дәрт өҫтәһен. Көслө, изге күңелле, хәстәрлекле ҡатын һәм әсәй булып ҡал. Һине хөрмәт итәбеҙ һәм бик ныҡ яратабыҙ.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин мәңгелек гөл булып.
Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә,
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түреңә!
Иң изге теләктәр менән ҡоҙағыҙ Рифат, ҡоҙағыйығыҙ Рәйфә, улығыҙ Илшат, киленегеҙ Гөлшат, ейәнегеҙ Әмир һәм Иҙрисовтар, Ғиниәтуллиндар ғаиләләре.
* * *
Хөрмәтле ӘЛФИРӘ ТӘЛҒӘТ ҡыҙы ФӘТХИСЛАМОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә ҙур уңыштар, сәләмәтлек, муллыҡ, тормошта сикһеҙ бәхет, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән тулы ғүмер теләйбеҙ. Һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ хөрмәткә һәм ҙур баһаға лайыҡ булһын. Яҡшы кәйеф, оптимизм, именлек теләйбеҙ!
Рәсәй Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Мәсетле районындағы бүлексәһе коллективы.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: