Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Октябрь , 09:00

Республика көнө менән!

Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы!Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлайым!

Республика көнө менән!
Республика көнө менән!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлайым!
Был байрам бай тарихыбыҙҙы һәм республикабыҙҙың күп милләтле халҡының берҙәмлеген сағылдыра. Был көндә беҙ төбәгебеҙҙә йәшәүсе һәр кешенең хеҙмәте һәм ныҡышмалығы һөҙөмтәһендә өлгәшелгән ҡаҙаныштарға хөрмәт белдерәбеҙ.
Башҡортостан Республикаһы – ул йолалар менән бөгөнгө көн үрелеп килгән бай тарихлы төйәк. Бында һәр беребеҙ уның үҫешенә һәм сәскә атыуына үҙ өлөшөн индерә. Төбәктең үҙенсәлеген һаҡлау өсөн беҙ мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалырға һәм киләһе быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем! Башҡортостан Республикаһы сәскә атһын, ә уның халҡы татыу, берҙәм йәшәһен!
Ихтирам менән, Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.

* * *

Хөрмәтле мәсетлеләр һәм район ҡунаҡтары!
Республика көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итеп алығыҙ!
Район халҡы үҙенең тарихы, бай һәм үҙенсәлекле халыҡ традициялары, ғәжәйеп һәм эшһөйәр яҡташтары менән ғорурлана. Район халҡы, берҙәм ғаилә булып, яңы уңыштарға һәм үрҙәргә, республикалағы социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыуға ынтыла. Бөгөн Башҡортостан артабан үҫешеү өсөн мөмкинлектәргә эйә, йәмғиәттә тотороҡлоҡ һәм татыулыҡ өлгөһө булып тора.
Районыбыҙ халҡы дөйөм республика үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Ижади хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ һәм маҡсатҡа ынтылышығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Билдәләнгән барлыҡ ниәттәрегеҙҙең һәм уй-хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашырына, артабан тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрендә лә ыңғай үҙгәрештәр булырына ышанысыбыҙҙы белдерәбеҙ. Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, район һәм республика хаҡына уңышлы эшләүегеҙҙе теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

Республика көнө менән!
Республика көнө менән!
Республика көнө менән!
Республика көнө менән!
Автор: