Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Октябрь , 09:50

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ НУРМӨХӘМӘТ БӘҘРЕТДИН улы ҒИЛМЕТДИНОВты 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, алдағы көндәреңдә лә сәләмәт булып, беҙҙең шатлыҡтарға һөйөнөп, күңел тыныслығында, ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәргә яҙһын. Әсәйебеҙ менән беҙҙе ҡәҙерләп үҫтереп, атайҙарса ҡайғыртҡаның өсөн рәхмәт һиңә. Тыуған йорттоң йәмен һәм ҡотон һаҡлап оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ. Беҙ һеҙ булғанға бәхетле. Ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген, игелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәттә бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар?!
Иң изге теләктәр менән ҡатыны Гөлсирә, ҡыҙы Әлфирә, улы Наил, кейәүе Азат, килене Лидия, ейән-ейәнсәрҙәре Әлиә, Лиана, Арыҫлан, Әмир, Илназ, Асҡар һәм Йәсминә.

* * *

Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, ярат-ҡан тормош иптәшем, әтиебеҙ, ҡарттайыбыҙ ҒӘПТЕЛЙӘН ҒӘПТЕЛХАҠ улы МӨСЛИМОВты юбилейлы тыуған көнө – 75 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, туғандары, яҡындары араһында бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Беҙ һине бик яратабыҙ, барыһы өсөн дә рәхмәт әйтәбеҙ. Беҙҙе һөйөндөрөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер ит.
Атайыбыҙ – күҙ нурыбыҙ,
Ғаиләбеҙгә терәк һин.
Беҙ бәхетле булһын өсөн
Ғүмер буйы кәрәк һин.
Ауырыма һәм ҡайғы күрмә,
Йәшәйек татыулыҡта.
Һәр яңы көн бәхет, шатлыҡ
Килтерһен беҙҙең йортҡа.
Хоҙай һиңә оҙон ғүмер,
Ғүмерлек шатлыҡ бирһен.
Ҡайғы-хәсрәтһеҙ тормош,
Бәхетле ҡартлыҡ бирһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гүзәлиә, улың Юнир, кейәүең Дамир, киленең Альбина, ейәндәрең Альмир, Камил, Илназ, ейәнсәрең Самира исеменән ҡыҙың Альбина.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле ҒӘПТЕЛЙӘН ҒӘПТЕЛХАҠ улы МӨСЛИМОВты оло байрамы – юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы теләйбеҙ. Апайыбыҙ менән күп йылдар тигеҙ ҡанат булып йәшәргә, балаларың һәм ейәндәреңдең күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә насип булһын. Һәр беребеҙҙе ҡайғыртып тороусы, асыҡ йөҙлө, киң күңелле, сабыр холоҡло, туғандарҙы хөрмәт итеүсе иң яҡын кешебеҙ Һеҙ. Ҙур бәхеттәр Һеҙгә теләйбеҙ.
75 йәш – әле матур ғүмер,
Борсолмағыҙ килгән ҡартлыҡҡа.
Иҫәнлек күберәк бирһен Хоҙай,
Алдағы ғүмер үтһен шатлыҡта!
Иң изге теләктәр менән Эльвира, Альберт Йыһаншиндар һәм уларҙың балалары.
* * *
Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, хөрмәтле ҒӘПТЕЛЙӘН ҒӘПТЕЛХАҠ улы МӨСЛИМОВты юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Йылдар һынауҙарына бирешмәй, шат күңелле, тормошто яратыусан, сәләмәт булып ҡал. Бәхетле ғаилә тормошо, тормош иптәшең Гүзәлиә менән шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Ҡотлау менән Дания, Лариса һәм уның балалары.

* * *

Хөрмәтле НАИЛ РАФИҠ улы НУРЫЕВты юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле коллегабыҙ, юбилейығыҙ уңайынан беҙҙең ихлас әйтелгән теләктәрҙе ҡабул итеп алығыҙ. Һеҙгә аяҙ көндәр, имен тормош, ныҡлы һаулыҡ, көс-дәрт, ғаилә йәме һәм ныҡлығы, дуҫтарса аралашыуҙар, туғандарығыҙҙың иғтибарын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Тормошоғоҙ ҡыуаныслы, яҡшы, сағыу хәлдәрҙән генә тор-һон. Хөрмәт һәм абруй, илһам һәм яҡшы кәйеф, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Яңы Мөслим мәктәбе коллективы һәм профкомы.

* * *

Ҡаранай ауылында йәшәүсе һөйөклө ҡатыным, апайыбыҙ МӘҮЖИҘӘ ҒАРИФУЛЛА ҡыҙы ҒӘЛИУЛЛИНАны ысын күңелебеҙҙән 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Юбилярыбыҙға бигерәк тә ныҡлы сәләмәтлек, ҡояшлы аяҙ көндәр теләйбеҙ. Яныңдағы яҡын кешеләрең һине хөрмәт итеп, аңлап, хәстәрлектәре һәм һөйөүҙәре менән солғап алһын. Туғандарың һәм яҡындарың һәр ваҡыт яныңда булһын. Һәр иртә ҡыуаныслы хәбәрҙәр, шатлыҡлы мәлдәр менән тулып тор-һон.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, бәхет менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Һау-сәләмәт уҙайыҡ бергәләшеп
Киләсәктә тормош юлдарын!
Ҡотлау менән ире, балалары, ейәндәре, ейәнсәрҙәре.
* * *
Ләмәҙтамаҡ ауылынан ҡәҙерле апайыбыҙ, ҡоҙаса-быҙ РАУШАНИЯ ӘҺЛЕЙ ҡыҙы ӘҺЛИСЛАМОВАны ысын күңелдән 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә киләсәк тормошоңда ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, уңған хужабикә булып, ауырымай-һыҙланмай, яҡындарың янында шатланып ғүмер ит!
Иң изге теләктәр менән иркәң Айрат, киленең Әлфиә, ҡоҙағыҙ Фәнил, ҡоҙағыйығыҙ Әлфинур һәм бәләкәс Асҡар.
* * *
Абдулла мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы МИЛӘҮШӘ ФӘХРЕТДИН ҡыҙы ФАЗЛЫЕВА 16 октябрҙә күркәм ғүмер байрамын – 55 йәшлек юбилейын билдәләй.
Хөрмәтле Миләүшә Фәхретдин ҡыҙы, Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, һөйөү, именлек теләйбеҙ. Ғүмерегеҙҙең һәр көнө сағыу, матур тәьҫораттар менән тулы булһын, бәхет үҙе юлығыҙға ҡаршы сыҡһын.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын Һеҙгә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ Һеҙгә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Байрамығыҙҙың матур хәтирәһе
Күңелегеҙҙә ҡалһын уйылып.
Тәбрикләйбеҙ ысын күңелдән,
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!
Ҡотлау менән Абдулла мәктәбе – балалар баҡсаһы коллективы.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: