Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
4 Октябрь , 11:00

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

7 октябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ирем, яратҡан атай-олатайыбыҙ ВӘДИТ МИҢЛЕӘХМӘТ улы БӘҘРЕТДИНОВ юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙҙе ысын күңелдән күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ. Һәр яңы көнгә ҡыуанып, бәхетле ғүмер кисер. Тормош һуҡмағынан алға барыу өсөн көс-дәрт өҫтәлһен, ә юлдарың тик уңышҡа, изгелеккә, именлеккә илтһен. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, оҙаҡ йылдарға етәрлек көс теләйбеҙ. Артабан да изге күңелле, ғәҙел, алсаҡ булып ҡал. Хәстәрлегең, булғаның өсөн рәхмәтлебеҙ.
Атайыбыҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Йәшә әле бер ҙә бирешмәйсә,
Баш эймәйсә ҡырыҫ елдәргә.
Йәшә ерҙә яҙғы гөлдәр булып,
Терәк булып беҙҙең иңдәргә!
Изге теләктәр менән ҡатының, балаларың, ейәндәрең.

* * *

Бурансы ауылынан һөйөклө ҡыҙым, ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ, туғаным, ҡәйнәм АЙГӨЛ АБДУЛЙӘН ҡыҙы ХАННАНОВА бөгөн күркәм ғүмер байрамын – 50 йәшлек юбилейын билдәләй.
Тоғролоғоң, изгелегең һәм хәстәрлегең һине үҙенсәлекле итә. Һин – беҙҙең өсөн көслө терәк, ҡыуаныс һәм илһамландырып тороусы. Ихлас һөйөүең беҙҙең тормоштоң һәр мәленә үтеп, уны сағыу, бәхетле итә. Тормошоңдоң һәр көнө ҡыҙыҡлы һәм ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар, шат йылмайыу һәм көлөү тауыштары менән тулы булыуын теләйбеҙ. Күңелең һәр ваҡыт гармония, еңеллек, ҡыуаныс хистәре менән тулы булһын. Ошо юбилейың яңы башланғыстарға юл асһын, именлек, яңы тәьҫораттар алып килһен. Һәр көнөң шатлыҡ һәм һөйөү менән тулы булһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, ярҙам итер өсөн һәр саҡ яныңда булырбыҙ!
Хөрмәт итеп әсәйең Венера, ирең Мәҡсүт, балаларың Марат, Мораҙым, Айсыуаҡ, туғаның Дина, килендәрең Айгизә, Розалия, ейәндәрең Альмир, Адиль, Риналь.

* * *

Ҡорғат ауылынан ҡәҙерле РӘҮИЛӘ һәм ЭДУАРД ХАЖИЕВТАР көҙҙөң сыуаҡ, матур көндәрендә үҙҙәренең күркәм юбилейҙарын билдәләй.
40 йәш – ябай ғына дата түгел, ә ҙур ҡыуаныс алып килгән, күп үрҙәргә өлгәшелгән матур байрам. Һеҙҙе әле алда тағы ла ҡыҙыҡлы һәм ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар көтә.
Беҙгә ҡарата булған һөйөүегеҙ, ярҙамығыҙ һәм биргән кәңәштәрегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һеҙ беҙгә илһам ҡанаттары бирәһегеҙ. Һәр яңы көн йылы хистәр, шатлыҡ, уңыштар менән тулып кил-һен. Йөрәгегеҙ түрендә бәхет, шатлыҡлы көлөү һәм бай мөғжизәләр өсөн һәр ваҡыт урын булһын. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ, тормошоғоҙҙоң һәр мәле кинәнес алып килһен!
Изге теләктәр менән Верзаковтар һәм Хәйҙәршиндар.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: