Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
30 Сентябрь , 11:25

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан яратҡан һәм ғорур, изге күңелле һәм һөйкөмлө, хеҙмәт яратҡан һәм һәләтле, ҡыйыу һәм ғәҙел, сыҙамлы һәм һылыу ҡыҙым, һеңлем АЛЬБИНА ӘШРӘФ ҡыҙы ЗАКИРОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Артабан да ошо сифаттарҙы үҙеңдә һаҡлап ҡал. Барыр юлдарың асыҡ булһын, ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Беҙ һинең менән!
Ҡотлау менән яратҡан әсәйең һәм ағайың.
* * *
Ҡәҙерле, аҡыллы, гениаль, ысын, ихлас, ғәҙел, хәстәрлекле, тоғро, һөйкөмлө АЛЬБИНА ӘШРӘФ ҡыҙы. Һинең турала бик күп матур һүҙҙәр яҙырға мөмкин, сөнки һин күп яҡлап һәләтле.
Тормош беҙҙе һинең менән бәйләгәне өсөн яҙмышыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Һинең менән бергә үҫеү һәм камиллашыу мөмкинлеге булыуы менән уңышлыбыҙ. Һин беҙҙең йәлләмәй нурҙарын һипкән ҡояш һәм йыһан. Эштәргә илһамландырғаның, беҙҙең ғаиләгә индергән өлөшөң, балаларыбыҙ, ҡорған донъябыҙ өсөн рәхмәт һиңә. Тормош юлыңда осраған кешеләр һинең һәләтле булыуыңды, үҙеңә тартып тороуыңды яҡшы белә. Йәмәғәт тормошо матур булһын өсөн, бар көсөңдө һәм һәләтеңде һалып, йөрәктәрҙә һөйөү тыуҙыраһың.
Артабан да ошо дәртеңде һүндермәй ижад итеүеңде, яратҡан эшеңдә яңы уңыштарға өлгәшеүеңде теләйбеҙ. Ҡабатланмаҫ, бирешмәҫ, харизматик, сағыу булып ҡал, был донъяға һөйөү һәм шатлыҡ менән тулы күңелең бушамаһын.
Үҙеңә ышан, сағыу бул, бер кемдән дә ҡурҡма, ә беҙ һәр ваҡыт һинең яныңда булырбыҙ. Юбилейың менән, Альбина!
Һине яратып Закировтар ғаиләһе.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе хөрмәтле һеңлебеҙ, апайыбыҙ, туғаныбыҙ АЛЬБИНА ӘШРӘФ ҡыҙы ЗАКИРОВАны юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә именлеге, йән тыныслығы, башлаған эштәреңдә һәм яулаған үрҙәреңдә уңыштар теләйбеҙ. Был донъяла шатланып-ҡыуанып, һаман шулай көслө рухлы булып, тормош иптәшең Фәнис Сәғитйән улы менән тигеҙ ғүмер итергә насип булһын!
Күп һанлы туғандар исеменән апайың Гөлсәсәк, Сәғит абый, еңгәң Фазила.

Автор: