Ләмәҙтамаҡ ауылында ғүмер итеүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ, ҡоҙағыйым МӘЙСӘРӘ МӨХӘМӘТКАМАЛ ҡыҙы ШАЙКАМАЛОВАны оло юбилейы – 85 йәше тулыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Әсәй, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, балаларыңдың, ейәндәреңдең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәүеңде, бәхетле ҡартлыҡ, тыныс иртәләр, күтәренке көр күңел, рухи ныҡлыҡ теләйбеҙ. Һеҙ беҙгә һәр ваҡыт оло таяныс, кәңәшсе булдығыҙ. Артабан да шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, яҡындарығыҙҙың хөрмәтен тойоп, бәрәкәтле ғүмер кисерергә насип булһын.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һеҙгә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Бәхетле булығыҙ, ҡайғы-хәсрәт күрмәгеҙ,
Хоҙай һаҡлаһын үҙегеҙҙе!
Иң изге теләктәр менән улың Раил, киленең
Ғәлиә, ейәнсәрең Инера, кейәүең Фәнүр, бүләсәрең Эмилия, ҡоҙағыйы Гөлфаруан.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ХӘБИРӘ МӨХӘМӘТДИН ҡыҙы һәм атай-олатайыбыҙ МИННИХАН ҒИЛЕМХАН улы ӘМИНЕВТАРҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 55 йыл тулды. Ғәзиздәребеҙҙе зөбәржәт туйҙары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙ ауырлыҡтарға бирешмәй, бер-берегеҙгә кәңәшсе, таяныс булып бер тормош һуҡмағынан атлайһығыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һеҙҙең кеүек булырға тырышабыҙ. Һөйөүегеҙ һәм хәстәрлегегеҙ, кәңәштәрегеҙ һәм ихлас ярҙамығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ныҡлы һаулыҡта, һөйөү усағын һүндермәй, артабан да ҡәҙер-хөрмәттә, оҙон ғүмер кисерегеҙ. Һәр яңы көндө яҡшы кәйефтә ҡаршы алығыҙ, йөҙөгөҙҙән шатлыҡ нуры китмәһен.
Ғәҙел дә һеҙ, мәрхәмәтле лә һеҙ,
Беҙгә һеҙҙең менән бик рәхәт.
Атай-әсәй, барыһы өсөн һеҙгә
Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур рәхмәт!
Ҡотлау менән барлыҡ балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ, бүләләрегеҙ исеменән ҡыҙығыҙ Рита.
* * *
Дыуан-Мәсетле ауылында ғүмер итеүсе ҒӘЛИӘ ӘХМӘҘИ ҡыҙы һәм МӘҒӘСҮМ АБДУЛХАЙ улы БИКОВТАРҙы алтын туйҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,
Ғүмер буйы бергә бараһығыҙ.
Ир – ҡатындан, ҡатын ирҙән уңып,
Гөрләп тора тормош юлығыҙ.
Мөлдөрәмә бәхет һеҙгә, дуҫтар,
Уңыштарҙан тауҙар өйөлһөн.
Пар күгәрсендәрҙәй йәшәгеҙ,
Дуҫтарығыҙ ҡарап һоҡланһын!
Киләсәктә лә һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләп синыфташтарығыҙ Әлмиҙә, Мәҙинә, Фәғилә, Дим, Данис, Владик.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ирем, атай- олатайыбыҙ ВЛАДИМИР АЛЕКСАНДРОВИЧ ТОПЫЧКАНОВты ысын күңелдән 75 йәшлек юбилейы һәм яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ТАТЬЯНА ҒАБДУЛХАЙ ҡыҙы ТОПЫЧКАНОВА менән 30 йыл бергә йәшәүҙәре уңайынан ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, олпат йәштә лә үҙеңде яҡшы тойоуыңды, тормош һуҡмағынан ныҡлы баҫып атлауыңды теләйбеҙ. Үткән тормош яҡты хәтирәләр ҡалдырһын, киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшә, ә яҡындарыңдың һөйөүе һинең күңелеңде йылытып торһон һәм яңы үрҙәргә әйҙәһен. Сәләмәт бул, көс-дәрт һине ташламаһын, алда һине яңы үрҙәр, хыял һәм еңеүҙәр көтһөн.
Һөйөклө атай һәм әсәй, ысын күңелдән һеҙгә оҙон, бәхетле ғүмер, сәләмәтлек, һөйөү һәм хөрмәт, шатлыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ.
Һеҙгә теләйбеҙ теләктәрҙең
Иң матурын, изгеһен.
Һеҙ йөрөгән юлдарға
Матур гөлдәр һибелһен.
Сәләмәт булығыҙ, гел йылмайып йәшәгеҙ,
Бәхет ҡунһын күңелегеҙ түренә.
Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,
Талмай атлағыҙ ғүмер үренә!
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ һәм туғандарығыҙ.
* * *
Һөләймән ауылында тыуып үҫеп, бөгөн дә ошо ауылда ғүмер кисергән ҡәҙерле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ ВӘҒИЗ ЗАКИР улы ХАФИЗОВты 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һин – беҙҙең таянысыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Киләсәктә әсәйебеҙ менән һаман да татыу пар булып, бер-берегеҙҙең күңел яҡтылығын тойоп, тыуған йортобоҙға йәм биреп, ныҡлы сәләмәтлектә, дуҫтар-туғандар ихтирамында, балаларың изгелегендә, хөрмәтендә йәшәүеңде теләйбеҙ.
Юбилейың менән ҡотлайбыҙ,
Бәхет, шатлыҡтар теләйбеҙ.
Таҙалыҡ та күп булһын,
Ғүмерҙәр оҙон булһын!
Изге теләктәр менән ҡатының, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.
* * *
Оло Аҡа ауылынан ҡәҙерле ирем, атайыбыҙ АЗАТ РӘМИЛ улы ҒӘЙНАНОВты ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, көс, тыныслыҡ, оҙон ғүмер, яҡшы хәбәрҙәр, ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар теләйбеҙ. Һөйөүең һәм хәстәрлегең, беҙҙең тормошто йәмләгәнең өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Артабан да асыҡ күңелле, шат һәм һөйкөмлө, позитив булып ҡал.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Изге теләктәр менән ҡатының Лена Тимерғәли ҡыҙы, улдарың Азамат һәм Айрат.
* * *
Теләш ауылынан РАДИК МӨХӘМӘТНУР улы ХӘТМУЛЛИНды юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле юбиляр 65 йыл ғүмеренең 40 йылдан ашыуын – мәктәптә уҡытыусы, завуч, директор вазифаһында. Үҙе һайлаған һөнәргә тоғро ҡалып, балаларға математика, физика, информатика фәндәренән белем бирә. Күп уҡыусылары яратҡан уҡытыусыһының юлын һайлай, рәхмәттәрен еткерә.
Радик Мөхәмәтнур улы – тормошта ла өлгө булырлыҡ ир, атай, хәстәрлекле ағай, тоғро дуҫ, ышаныслы иптәш тә. Тормош иптәше Зимфира Альберт ҡыҙы менән ҡыҙы Лидияға һәм улы Риданға юғары белем биреп, өйләндереп, ярҙам итеп торалар. Алдағы көндәрҙә һау-сәләмәт, ғаиләңә, туғандарыңа терәк булып, ейән-ейәнсәрҙәреңде үҫтерешеп, шатлыҡта матур итеп йәшәргә яҙһын!
Ҡотлау менән Люция һәм Марсель Закирйәновтар.