Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
20 Сентябрь , 09:45

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Алтын көҙҙөң матур көндәренең береһендә – тирә-яҡ төрлө төҫкә күмелгән, тәбиғәт мул уңыш биргән мәлдә – Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ САНИЯ ӘХМӘТЙӘН ҡыҙы ЯҠУПОВА 90 йәшен билдәләй. Ихлас күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлап, күңел түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Һин – йортобоҙҙоң йәме, ҡото, тормошобоҙҙоң мәғәнәһе! Һинең йөрәк йылың, яғымлы ҡарашың, аҡыллы кәңәштәрең, йылы һүҙҙәрең һәр беребеҙгә йәшәргә көс һәм дәрт бирә. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Тырышлығың, көслө рухлы, туған йәнле, ярҙамсыл булыуың оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ.
Һиңә оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Киләсәктә лә сәләмәт булып, тормошҡа һөйөнөп, яҡындарыңдың ихтирамын, иғтибарын тойоп, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелектәрен, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, йән тыныслығында йәшәргә насип булһын. Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Ҡотлау менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ҡыҙым, туғаныбыҙ, һөйөклө ҡатыным һәм әсәйебеҙ ЭЛЬВИРА АЙРАТ ҡыҙы ҒАРИПОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Тормошоң шатлыҡлы ваҡиғалар, яҡты уй-хыялдар, ысын еңеүҙәр менән тулы булһын. Күңелең түрен яҡшы кәйеф биләһен. Яҡындарың һәм дуҫтарың тормош һынауҙарын үтергә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам ҡулын һуҙып торһон. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшә. Тыуған көнөң менән, ҡәҙерлебеҙ!
Һине яратып һәм сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдереп әсәйең, ғаиләң.

* * *

Хөрмәтле коллегабыҙ – Балалар сәнғәт мәктәбе концертмейстеры ЭЛЬВИРА АЙРАТ ҡыҙы ҒАРИПОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Эльвира Айрат ҡыҙы, Һеҙ – тәжрибәле, үҙ эшегеҙҙе яҡшы белгән белгес. Һеҙҙең ҡабатланмаҫ талантығыҙ, ижади эҙләнеүҙәрегеҙ, тормошто һөйөүегеҙ һәм яратҡан эшкә тоғролоғоғоҙ кесе ватаныбыҙҙың мәҙәни мираҫын үҫтереү эшенә хеҙмәт итә.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ, балаларға һәр ваҡыт асыҡ һәм изгелекле мөнәсәбәтегеҙ өсөн был байрам көнөндә рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итеп алығыҙ.
Һеҙ башҡарған һәр нота күңелегеҙгә шатлыҡ һәм илһам килтерһен. Тормошоғоҙ һәр саҡ ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, шатлыҡлы осрашыуҙар менән тулы булһын. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ижади илһам һәм уңыштар, һөнәри еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар Һеҙгә!
Район мәҙәниәт бүлеге, Мәҙәниәт һарайы һәм Балалар сәнғәт мәктәбе коллективтары.

* * *

Хөрмәтле ХӘНИФЙӘН МӘҮЛИ улы ӘХМӘТЙӘНОВты ысын күңелдән күркәм ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
ХӘНИФЙӘН МӘҮЛИ улы! Беҙ Һеҙҙе юғары кимәлдәге профессионал, күп башланғыстарға нигеҙ һалыусы тәжрибәле етәксе булараҡ беләбеҙ. Тормош тәжрибәгеҙ, ижади фекерләүегеҙ, кесе ватанға сикһеҙ һөйөүегеҙ иң юғары баһаға лайыҡ. Бөтә ғүмерегеҙҙе еңел булмаған хеҙмәткә – Мәсетле районы үҫеше хаҡына намыҫлы эшмәкәрлеккә арнанығыҙ.
Ышаныс һәм яуаплылыҡ Һеҙҙең эшмәкәрлектең төп һыҙаттары булыуына хеҙмәттәшлек йылдарында беҙ бер нисә тапҡыр инандыҡ.
Был көндө Һеҙҙең менән иң яҡшы хис-тойғоларығыҙҙы һәм кәйефегеҙҙе уртаҡлашып, Һеҙгә оҙаҡ йылдарға күңел көсөн һәм йәшлеген һаҡлап ҡалыуығыҙҙы, оҙон һәм әүҙем ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, шәхси бәхет, Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға именлек теләйбеҙ!
Ҡотлау менән Мәсетле районының мәҙәниәт учреждениелары.

* * *

Теләш ауылынан ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ РАДИК МӨХӘМӘТНУР улы ХӘТМУЛЛИНды ысын күңелдән 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта әсәйебеҙ менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен. Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә.
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағы бер йыл.
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин, бәхетле бул.
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең.
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең.
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән.
Һис кисектермәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр!
Ҡотлау менән ҡатының Зимфира, ҡыҙың Лидия, кейәүең Рушан, ейәнең Руслан, улың Ридан, киленең Арина, ейәнең Арыҫлан.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: