Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
13 Сентябрь , 11:05

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе РОЗА ӘХМӘТ ҡыҙы ФАЗЛЫЕВАны 85 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Бөгөн ғүмер миҙгеленең матур байрамы – ҡатын-ҡыҙҙың аҡыл туп-лаған, аҫыл, иң күркәм осоро. Һеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Киләсәктә лә сәләмәтлек, йән тыныслығы, тигеҙлек, яңынан-яңы ҡыуаныстар, мул тормош теләйбеҙ. Әрнеү-һағыш белмәгеҙ, беҙҙең изгелекте күреп, бергә-бергә күңелле йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һеҙ балҡыйһығыҙ беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ Һеҙҙең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ Һеҙгә ғүмергә!
Ҡотлау менән улың Илгиз, киленең Миләүшә һәм ейәндәрең.
* * *
Октябрьск ауылынан ҡәҙерле ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ХӘЛИҘӘ ШАКИРЙӘН ҡыҙы СИБӘҒӘТУЛЛИНАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙгә ныҡлы сәләмәтлек, яҡындарының һөйөүендә, хәстәрлегендә йәшәүен, йорт йәме һәм именлеге, оптимизм, рух ныҡлығы, бөтмәҫ дәрт һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Был донъя шундай яҡты һин булғанда,
Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул!
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре үҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!
Ҡотлау менән тормош иптәше, балалары, ейәндәре.
* * *
Ишәле ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, апайым НУРФИӘ РАФАН ҡыҙы МӨХӘМӘҘИЕВАны 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Илле йыл элек ата-әсәйең һиңә кешелә була торған иң ҡиммәтле нәмәне – ғүмер бүләк иткән. Бүләгеңде юҡҡа сарыф итмә, уны мәғәнәгә, бәхетле көндәргә, мөхәббәткә һәм ҡыҙыҡлы мажараларға тултырып йәшә. Һәр саҡ йөрәгеңде тыңла. Хыялдарыңды тормошҡа ашырған һайын, үҙең менән сикһеҙ ғорурланып: “Эйе! Мин быны булдырҙым!” – тип шатлыҡтан ҡысҡырырға яҙһын. Башҡарған һәр эшеңдән күңелең ҡанатлан-һын, эсеңдәге күбәләктәр танго бейеһен. Көс-ҡеүәтеңде һәм һәләтеңде донъяға бүләк ит. Һөйөү һәм намыҫ менән йәшә. 90 йәште ҡыуған саҡта, артыңа әйләнеп: “Бына был, исмаһам, ғүмер!” – тип әйтә алырлыҡ булһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Илфат, ҡыҙҙары Илгизә,
Нурания, кейәүе Илнур, ҡустыһы Рәфис.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ
Автор: