Ғүмәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ФРОСЯ ӘХМӘТ ҡыҙы ФӘТТӘХОВАны ысын күңелдән 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, ошо матур көн һинең күңелеңә нур һәм илһам өҫтәһен. Шулай уҡ изге күңелле, наҙлы, хәстәрлекле һәм яратҡан ҡатын, әсәй-өләсәй булып ҡал. Нурлы йөҙөңдән йылмайыу китмәһен, күңелең тыныс һәм килер көндәрең бәхетле булһын. Изге күңелең, алтын ҡулдарың, аҡыллы кәңәштәрең, баһалап бөткөһөҙ ярҙамың өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, именлек, бөтмәҫ көс-дәрт, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, туғандарыңдың хөрмәтендә йәшәүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ирең Фәрит, балаларың Радик, Айгөл, Айҙар, килендәрең Света, Айгөл, кейәүең Айгиз һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Әбдрәхим ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, ҡатыным, әсәйебеҙ, апайыбыҙ ЛӘЙЛӘ ДАМИР ҡыҙы ҒӘҮНЕТДИНОВАны юбилейы менән ҡотлап, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ. Ғаилә тигеҙлеге, йән тыныслығы, эшеңдә ҙур уңыштар, яҡшы, күтәренке кәйеф юлдаш булһын. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле, ихтирамлы, иғтибарлы булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, мул тормошта йәшәүеңде Хоҙай насип итһен.
Пар ҡанатлы бәхет нуры юлдаш булһын,
Мөхәббәтең мәңге һүнмәһен.
Ҡояш кеүек балҡып йәшә,
Күңел гөлөң мәңге шиңмәһен.
Булһын ул илле, тулһын ул илле,
Бәхет биҙәһен яҡты күңелеңде.
Йәшәү ялҡыны һүнә белмәһен,
Йырлап ҡаршы ал тағын иллене!
Ҡотлау менән Ғәүнетдиновтар, Фәттәховтар, Фәтҡуллиндар ғаиләләре.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ӘЛФИӘ ЙӘМИЛ ҡыҙы КУДЯКОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле юбилярыбыҙға ысын күңелдән сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет, мөхәббәт теләйбеҙ. Балаларың һәм яҡындарың һине хәстәрлек, күңел йылыһы, наҙ һәм һөйөү менән һөйөндөрһөн!
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Юбилейың – байрамың.
Кескәй генә һиңә бүләгебеҙ –
Изге теләктәрҙең бәйләме.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк!
Рәзилә, Зөбәржәт һәм барлыҡ туғандары.
* * *
Яңы Яуыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Ғәфүрә Сәмиғулла ҡыҙы Усманова-ны юбилейлы тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙҙе юбилейы менән ҡотлап, донъялағы иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә, иң мөһиме, һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы көндәр теләйбеҙ. Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең иғтибарын, ихтирамын тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип булһын. Әсәй! Яҡшы тәрбиә биреп үҫтергәнең, аҡыллы кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һиңә ҙур рәхмәт! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы. Киләсәктә лә тыуған йортобоҙға йәм биреп, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп, балаларыңа һәм барлыҡ туғандарға терәк-таяныс булып оҙаҡ йылдар матур ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Рәхмәт, әсәй, ҡояш булғаныңа,
Үҫтерҙең һин беҙҙе яратып.
Йәшәйһең матур донъябыҙға бары
Изге, яҡты нурҙар таратып.
Һәм йәшә лә әле киләсәктә,
Беҙ һиңә мохтажбыҙ һаман да.
75 йәш, беләбеҙ, сик түгел –
Утың һүнмәһен усағыңда!
Ҡотлау менән балаларың Илшат, Лилиә, Әлфиә, кейәүең Илнур, киленең Альбина, ейәндәрең Анир, Шамил, Азат, Даяна, Алина.