Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
30 Август , 11:35

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Яңы Мөслим ауылынан берҙән-беребеҙ, һөйкөмлө һәм һөйөклө ҡатыным, әсәй һәм нәнәйебеҙ ГҮЗӘЛ МӨҒӘФӘ ҡыҙы ЗӘЙНЕТДИНОВАны ысын күңелдән 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин мәңгелек нур булып.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.
“Әсәй” тиеп әйтер кешең булыу
Ниндәй бәхет бит ул донъяла.
Рәхмәт, тибеҙ, һиңә ысын йөрәктән,
Һинең тормош – беҙгә ғорурлыҡ!
Ҡотлау менән һине яратып ирең Рәфис, ҡыҙың Гөлнара, улың Рәмис, кейәүең Валера, киленең Регина, ейәндәрең Тимур, Эмир, ейәнсәрҙәрең Арина һәм Эмилия.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле ГҮЗӘЛ МӨҒӘФӘ ҡыҙы ЗӘЙНЕТДИНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һинең беҙҙең тормошобоҙҙа булғаның өсөн яҙмышыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Һиңә сикһеҙ бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Һин һипкән изгелек нуры һәм күрһәткән ярҙамың үҙеңә икеләтә-өсләтә әйләнеп ҡайтһын. Яныңда һәр ваҡыт һине илһамландырған, хыялдарыңды тормошҡа ашырырға этәреүсе көс булып торған туғандарың һәм яҡындарың булһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Иң изге теләктәр менән Эльвира,
Альберт Зиганшиндар һәм уларҙың балалары.

* * *

Яңы Мөслим ауылынан хөрмәтле, ҡәҙер- ле ҡоҙағыйыбыҙ ГҮЗӘЛ МӨҒӘФӘ ҡыҙы ЗӘЙНЕТДИНОВАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет, именлек, изгелек теләйбеҙ. Артабан да алсаҡ, мөләйем, күркәм гүзәл зат булып ҡалығыҙ, ҡорған донъяғыҙ йәмле, йәнле булһын.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Изге теләктәр менән Рәфис, Гөлсинә, беҙҙең балалар һәм ейәндәр.
* * *
Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ ГҮЗӘЛ МӨҒӘФӘ ҡыҙы ЗӘЙНЕТДИНОВАның күркәм юбилейы.
Ошо матур тантанаң уңайынан ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул ит. Тормошоң байлыҡ, шатлыҡлы ваҡиғалар менән тулы булһын. Именлек, ныҡлы һаулыҡ, аяҙ тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Ғаиләң муллыҡта һәм һөйөүҙә йәшәһен. Һәр ваҡыт шулай уҡ мөләйем, һөйкөмлө һәм күркәм булып ҡал, уйлағандарың мотлаҡ тормошҡа ашһын. Һин бик хәстәрлекле һәм изге күңелле кеше, беҙ һине хөрмәт итәбеҙ!
Тыуған көнөң байрам иткән мәлдә
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә яҡты көндәр,
Көлөп йәшә ерҙә яҙ һымаҡ.
Күрмә бер ҙә бәлә-ҡаза,
Һаулыҡ, бәхет булһын йәнәшә.
Хоҙай оҙон ғүмер насип итһен,
Рәхәтләнеп, әйҙә, йөҙ йәшә!
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән Зөһрә, Илфат, Әнүзә Зиганшиндар, Аҡмаловтар, Зәйнетдиновтар, Мөбәрәкшиндар, Оморҙаҡовтар.
* * *
Ҡәҙерле ГҮЗӘЛ МӨҒӘФӘ ҡыҙы!
Һине юбилейлы тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, тән сихәте, оҙон ғүмер, шатлыҡ, бәхет теләйбеҙ. Балаларыңдан игелек, шәфҡәт күреп, тормошҡа һөйөнөп йәшәргә яҙһын!
“ЗОЖ” төркөмө.
* * *
Оло Ҡыҙылбай ауылынан ҡәҙерле, яратҡан АЙҺЫЛЫУ ҒӘБДРӘШИТ ҡыҙы СИБӘҒӘТУЛЛИНА-ны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Ҡотлау менән Шакировтар, Әйүповтар, Әхмәтова, Фазулова.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле улыбыҙ, ағайыбыҙ, ҡустым ФӘНЗИЛ ФӘҒИЛ улы ЗАРИПОВты ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
60 йәш – ул матур түңәрәк дата, тормош яңы мәғәнә, төҫтәр ала башлаған мәл. Күңелеңдең һәр саҡ йәш һәм күтәренке булыуын, ныҡлы һаулыҡ, тормош дәрте һәм көс, күңелле матур ваҡиғалар ғына теләйбеҙ. Бөтә пландарың, теләктәрең тормошҡа ашһын, ә һине яратыусы яҡындарың һәм туғандарың һәр саҡ эргәңдә булһын.
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән,
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Изге теләктәр менән ата-әсәһе, ағаһы, ҡустыһы һәм уларҙың ғаиләләре.
* * *
Яңы Мөслим ауылынан хөрмәтле ФӘНЗИЛ ФӘҒИЛ улы ЗАРИПОВты ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, баш өҫтөндә тыныс күк йөҙө, шатлыҡ-ҡыуаныстар, муллыҡ теләйбеҙ.
Был юбилей – әле тик бер баҫҡыс
Бейеклеккә барған юлдарҙа,
Сәләмәтлек, бәхет һәм уңыштар
Юлдаш булһын бик күп йылдарға.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең!
Ҡотлау менән Фәриҙә, Ринат Байрамғәлиндар һәм уларҙың балалары.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле тормош иптәшем, атай-олатайыбыҙ ФИЛАРИС ТӘЛҒӘТ улы МОФАЗАЛОВты ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы сәләмәтлек һәм көс-ҡеүәт, һәр эшеңдә ҙур уңыштар, именлек һәм хөрмәт, яҡшы кәйеф теләйбеҙ. Башлаған һәр эшең уңышлы тамамланһын, мәсьәләләр еңел генә хәл ителһен. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ, хәстәрлегең, сабырлығың һәм ярҙамың өсөн рәхмәтлебеҙ. Артабан да беҙҙең өсөн иң яҡшы атай һәм ир, яуаплы ғаилә башлығы булып ҡал.
Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы атай,
Иң аҡыллы, тырыш һәм уңған.
Һинең йөрәк беҙгә һөйөү менән
Мәңгелеккә, атай, ул тулған!
Ауырыма һис тә, атай,
Көләс булһын һәр саҡ йөҙҙәрең,
Шатлыҡ ҡына гел уратһын һине,
Нурҙар һипһен һинең күҙҙәрең!
Ҡотлау менән ҡатыны Рая, улы Денис, ҡыҙы Лилиә, кейәүе Айнур, ейәне Әмир, ейәнсәре Лиана.
* * *
Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған РӘИС МӘҮЛИТБАЙ улы САҘИҠОВты юбилейлы тыуған көнө – 60 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Бәхетле бул. Һәр көн һайын ҡыуанырға сәбәптәр тап, яныңда яҡын кешеләрең, тоғро дуҫтарың булһын. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә!
Иң изге теләктәр менән ҡатының, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейәндәрең, туғандарың.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: