Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Август , 10:30

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ЛИЛИӘ ВӘРӘ ҡыҙы һәм ТАҺИР СӘЛИХЙӘН улы ДӘҮЛӘТБИР-ҘИНДАР ошо көндәрҙә парлап йәшәүҙәренең 50 йыллыҡ күркәм байрамын – алтын туйҙарын билдәләй.
Ике уңған бергә тура килгәнгә, бер-береһенә таяныс булып, тормош йөгөн бергә тартҡанға ла уларҙың донъялары етеш, ҡотло. Алтын туйға ҡәҙәр бергә йәшәү – йылдар һынауына бирешмәгән оло сабырлыҡтың сағылышы ул.
Татыу ғаилә үрнәге булып, күптәр һоҡланырлыҡ ғүмер кисергән атай-әсәйебеҙҙе оло байрамдары менән ҡотлап, иҫәнлек-именлек, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, тигеҙ ҡартлыҡ, бәхетле һәм игелекле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һеҙ беҙҙе ҡәҙерләп һәм наҙлап пар ҡанат аҫтында үҫтерҙегеҙ, итәғәтле, инсафлы һәм белемле итеп тәрбиәләнегеҙ. Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ, рәхмәт барыһы өсөн дә. Әле лә ярҙамығыҙҙан ташламайһығыҙ. Һеҙ беҙгә һәр ваҡыт кәрәк. Һеҙгә булған рәхмәттәребеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел.
Илле йыл ҡулға-ҡул тотоноп
Пар былбылдай ғүмер итәһегеҙ.
Ауыр саҡта аумаҫ терәк булып,
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәһегеҙ.
Ә беҙ һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,
Ихтирамлы һеҙгә ҡарата.
Лайыҡ парҙарҙың һеҙ иң лайығы,
Һеҙҙе күңел шуға ярата.
Һеҙ булғанға беҙ бәхетле,
Нигеҙебеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Яҡтырыусы йондоҙ шикелле.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта,
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ.
Һеҙҙән күргән изгелектәр өсөн
Рәхмәт әйтеп башты эйәбеҙ!
Ҡотлау менән балаларығыҙ: улығыҙ Илфат, ҡыҙығыҙ Гүзәлиә, киленегеҙ Рита, кейәүегеҙ Илмир һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

* * *

Теләш ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле, яратҡан ҡыҙыбыҙ, туғаныбыҙ, ҡатыным ЛУИЗА МАРСЕЛЬ ҡыҙы ЗАКИРЙӘНОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ үҙен тынғыһыҙ, ижади, яратҡан һөнәренә бағышланы һәм уны бар күңелен, һөйөүен һалып башҡара. Шуға ла ул етәкселек иткән модель агентлығы – иң яҡшыларҙың береһе. Үҙ эшенең уңыштарында ул Теләш ауыл мәҙәниәт йорто, Мәсетле районы Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең, туған мәктәбе һәм Мәсәғүт педагогия училищеһы уҡытыусыларының өлөшөн юғары баһалай.
Һөйөклө Луизабыҙ, һиңә иң күркәм теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: ныҡлы сәләмәтлек, һәр саҡ шат күңелле, көслө рухлы, хәстәрлекле ҡыҙ, яратҡан ҡатын һәм талантлы уҡытыусы булып ҡалыуыңды теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән ата-әсәһе, ире Илназ, апаһы Лариса, ағаһы Илдар, еҙнәһе, еңгәһе, кесе туғандары.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ
Автор: