-2 °С
Ҡар
Һеҙҙең тормош тәжрибәгеҙ күптәр өсөн өлгө булһын, күңелегеҙ йәш булып ҡал-һын. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оптимизм, рух ныҡлығы һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ.
Тыуған көнөң гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең күңелебеҙ түрен.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Ҡотлау менән Әхйәмовтар династияһы.