Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Август , 12:10

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Әләгәҙ ауылынан ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ МИҘХӘТ ЛӘБИП улы ӘЙҮПОВты ысын күңелдән 90 йәшлек олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Бындай юбилей – бик һирәктәргә генә йылмайған бәхет, оло ваҡиға. Сәләмәтлегең ҡаҡшамаһын, тормошто яратыуың һәм оптимизм һине ташламаһын, яҡындарың хәстәрлеге һәм яратыуы менән ҡыуандырып торһон. Һәр көн һиңә шатлыҡ-ҡыуаныс-тар алып килһен, бәхетле оҙон ғүмер кисереп, беҙҙе ҡыуандырып йәшә!
Ҡотлау менән ҡатыны Сания, балалары, ейәндәре, бүләләре.
* * *
Әләгәҙ ауылында йәшәүсе хөрмәтле, яратҡан туғаныбыҙ МИҘХӘТ ЛӘБИП улы ӘЙҮПОВты ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныстар, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Артабан да туғандарыңды, яҡындарыңды ҡыуаныслы осрашыуҙар, күңелле аралашыуҙар, күркәм байрамдар менән ҡыуандырып, тормош һуҡмағынан ныҡлы баҫып атла. Һин – алтын кәңәшсе, аңлай белгән, иғтибарлы һәм ихтирамлы ышаныслы туған.
Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана,
Ләкин ҡабатланмай үткәне.
Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән
Килеп торһон һәр бер көткәне.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптары.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары!
Ҡотлау менән Йоносовтар, Әмировтар.
* * *
Һабанаҡ ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ ФӘНИЛӘ ТИМЕРҒӘЗИ ҡыҙы ҒИЛМЕТДИНОВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы һәм һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ ФӘНИӘ МОСТАФА ҡыҙы ҠАСИМОВАны тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Туғаныбыҙға тормошто яратып, яҡын һәм ҡәҙерле кешеләре менән оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Йылдар һаман шулай өҫтәлһә лә, күңелеңдәге дәрт-дарманың һүрелмәһен, ғүмер һуҡмағында бәхетле миҙгелдәрең күп булһын. Гел шулай ҡояштай балҡып, ихтирамға лайыҡ булып, ҡәҙергә төрөнөп йәшә. Тормош иптәшең менән именлектә, муллыҡта татыу ғүмер кисереп, ул-ҡыҙҙарыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелектәрен күреп, уңыштарына ҡыуанып йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Әсәй! Һин – беҙҙең өсөн һәр саҡ терәк-таяныс, күптәргә өлгө булырҙай йомарт, наҙлы өләсәй. Сабырлығың менән беҙгә үрнәк булып тораһың. Беҙгә тигеҙ өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең, һаман да беҙҙе ҡайғыртып йәшәүең өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәк көндәрең һаулыҡта, именлектә, ырыҫлы тормошта үтһен. Хоҙай һине күңел тыныслығынан, тән сихәтенән, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан айырмаһын.
Ғүмерегеҙ булһын бәхетле,
Бәхетегеҙ булһын ғүмерле.
Ерҙә булған бөтөн изгелекте
Бирһен Хоҙай һеҙгә был көндө!
Иң изге теләктәр менән бөтә туғандары исеменән Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Шамаковтар, Латиповтар, Пастуховтар.
* * *
Ҡәҙерле ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ФӘНИӘ ВӘҠИФ ҡыҙы РАЯНОВАны ысын күңелдән 70 йәшлек күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Минең һөйөклө, наҙлы, һылыу ҡатыным, һинең менән бергә ҡулға-ҡул тотоноп тормош һуҡмағынан бәхетле, тыныс һәм имен атлауыбыҙ, ҡорған күркәм ғаиләбеҙ өсөн рәхмәтлемен. Һин донъяла иң яҡшы әсәй һәм өләсәй. Оло һөйөүең, хәстәрлегең һәм наҙың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғаилә тормошо теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн һин – аҡыл, көс, тәүәккәллек, намыҫ һәм маҡсатҡа ирешеү өлгөһө. Күңелеңдәге гармония һәм тормош ҡыуаныстары һәр ваҡыт һинең менән бергә булһын!
Һине өҙөлөп яратҡан ғаиләң.
* * *
Абдулла ауылында йәшәүсе ҡәҙерле апам ФӘНИӘ ВӘҠИФ ҡыҙы РАЯНОВАны ысын күңелдән 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Оло ихтирамға лайыҡ матур йәшкә еткән туғаныбыҙға оҙон ғүмер, именлек, донъя йәме теләйбеҙ. Аллаһ үҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, изгелек һәм бәхет йәнәшә йөрөһөн, тормошто яратып, яҡшы кәйефтә йәшә. Артабан да сағыу, дәртле, позитив, һоҡланырлыҡ һәм һөйкөмлө булып ҡал. Һөйөү, бәхет, именлек юлдаш булһын. Һәр көн тик яҡшы, ҡыуаныслы хәбәрҙәр, күркәм хис-тойғолар менән тулып килһен һәм йөрәгеңде йылытһын, туғандарың һәм яҡындарың һәр ваҡыт яныңда булһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Фәнүзә, Ғаяз, беҙҙең балалар.
* * *
Хөрмәтле коллегабыҙ – Әбдрәхим ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы СӘРИӘ САҘРЕТДИН ҡыҙы ТАҺИРОВАны 60 йәшлек күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле Сәриә Саҙретдин ҡыҙы, күп йылдар Һеҙ коллегаларығыҙ өсөн өлгө булып тораһығыҙ, йәш быуынға йүнәлеш бирәһегеҙ. Һеҙ, профессионал булараҡ, күркәм сифаттарығыҙ менән маҡтаулы: ғәйәт ҙур эшһөйәрлек, уңыш-ҡа ынтылыу, ауырлыҡтар алдында туҡтап ҡалмау, һәр ваҡыт алға ышаныслы атлау кеүек матур сифаттарға эйәһегеҙ.
Ошо тантаналы көндә Һеҙгә күп йылдар дауамындағы хеҙмәттәшлек өсөн тәрән ихтирам һәм ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерергә рөхсәт итегеҙ.
Һеҙгә һәр саҡ уңыштар юлдаш булһын, ғүмерегеҙҙең һәр көнө туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың йылыһы менән һуғарылһын, ә Һеҙҙең белемегеҙ, тәжрибәгеҙ һәм эшкә тоғролоғоғоҙ тағы ла оҙаҡ йылдар Мәсетле районы мәҙәниәтенә хеҙмәт итһен.
Район мәҙәниәт бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы коллективтары.
* * *
Район Мәҙәниәт һарайы водителе АЛЕКСЕЙ МИХАЙЛОВИЧ КАРАГОДИНды тормошондағы мөһим ваҡиға – 65 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле Алексей Михайлович, Һеҙ – беҙҙең именлекте һәм уңайлыҡты тәьмин итеүсе талантлы һәм яуаплы белгес. Һеҙҙең тоғролоҡто һәм эшегеҙҙе яҡшы башҡарыуығыҙҙы баһалайбыҙ. Бындай профессионал менән беҙ юлға тыныс күңел менән сығабыҙ, райондың ижади коллективтары өсөн ныҡлы ышанабыҙ һәм Һеҙҙең кеүек тәжрибәле коллегабыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ.
Ошо иҫтәлекле көндә Мәсетле районы мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Беҙ Һеҙгә бөтә теләктәрегеҙҙең, барлыҡ пландарығыҙ һәм идеяларығыҙҙың тормошҡа ашыуын, һәр башланғыста уңыштар теләйбеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға бәхет, именлек һәм мөхәббәт юлдаш булһын. Эшегеҙ Һеҙгә тик ҡәнәғәтлек килтер-һен!
Район мәҙәниәт бүлеге һәм Мәҙәниәт һарайы коллективтары.
* * *
Һөләймән ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һәм ярат-ҡан тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡайныбыҙ, ҡарттайыбыҙ ӘХМӘҘУЛЛА ЗӘБИХУЛЛА улы ЙОМАҒУЖИНды 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һин һәр ваҡыт киң күңелле, сабыр, кешелекле, оло йәнле, маҡсаттарыңа ирешеүсән, абруйлы, беҙгә өлгө булып тораһың. Әсәйебеҙ Гүзәл Ғәбделйән ҡыҙы менән бергә ҡулға-ҡул тотоноп матур донъя көтәһегеҙ. Әтей, алдағы тормошоң ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен, һау-сәләмәт бул, матур ғүмер кисер, балаларыңдың, ейәндәреңдең игелеген күреп йәшә, күңел тыныслығы, бәхет, шатлыҡ һәм әсәйебеҙ менән күп йылдар тигеҙ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҡотло булһын, әтей, тыуған көнөң,
Гөл-сәскәләй үтһен һәр көнөң.
Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гүзәл, улдарың Нур, Анил, ҡыҙың Нурия, киленең Эльза, кейәүең Вильдан, ейән-ейәнсәрҙәрең Самир, Айсур, Самина, Йәмил, Йәминә.
* * *
Хөрмәтле ЛИРА ӘНҮӘР ҡыҙы ӘХМӘРОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Коллегабыҙға бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм муллыҡ теләйбеҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Яңы Мөслим мәктәбе коллективы һәм профкомы.

Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Автор: