Оло Ыҡтамаҡ ауылынан беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған туғаны- быҙ, апабыҙ, дәү әниебеҙ ЗӨҺРӘ ШӘРИФУЛЛА ҡыҙы ХӘЛИМУЛЛИНАны оло юбилейы – 80 йәше менән ҡайнар ҡотлап иң изге, ихлас теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Туғандарҙы һорап алмайҙар,
Хоҙай бирә үҙе таратып.
Рәхмәтлебеҙ яҙмышҡа,
Туя алмайбыҙ һине яратып!
Барлыҡ туғандар исеменән һеңлең Гөлсәсәк, кейәүең Сәғит.
* * *
Теләш ауылында йәшәүсе һөйөклө әсәйебеҙҙе РӘЗИЛӘ РИЗАН ҡыҙы ФӘРХЕТДИНОВАны оло байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле әсәй, һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт, киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып, һаулыҡ-сәләмәтлектә күңел тыныслығы менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисер. Балаларыңдың ҡыуаныслы хәбәрҙәрен генә ишетеп, изгелектәрен күреп, бәхетле йәшә. Йәйге ҡояш йылыһы күңелдәргә нур бүләк иткән матур айҙа тыуғанғамы, һин сабыр ҙа, мәрхәмәтле лә, ярҙамсыл да, гүзәл дә, эшлелекле лә. Һиңә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәләметлек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.
Ҡотло булһын, әсәй, тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән
Үтһен һәр бер килер көнөң.
Шатлыҡ менән тыуһын таңдар,
Бәхет үҙе сыҡһын юлыңа.
Һин бәхетле, Ышан, был донъяла,
Йәшәүҙән ҙур бәхет юғына.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай
Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә!
Иң изге теләктәр менән ирең, балаларың, кейәүҙәрең, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Теләш ауылынан педагогик хеҙмәт ветераны, хөрмәтле коллегабыҙ – РӘЗИЛӘ РИЗАН ҡыҙы ФӘРХЕТДИНОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. Яҡшы математика уҡытыусыһы, хөрмәтле класс етәксеһе Рәзилә Ризан ҡыҙы яратҡан ире Рәйес Мансур улы менән татыу ғаиләлә өс ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерҙе, юғары белем алырға ярҙам итте. Бөгөн беҙҙең юбиляр әүҙем тормош алып бара, ауылдаштары һәм йәштәр араһында ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ, яратҡан әсәй һәм 10 ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Изге теләктәр менән Теләш мәктәбе ветеран уҡытыусылары.
* * *
Әбдрәхим ауылында йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, әсәй-өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ СӘРИӘ САҘРЕТДИН ҡыҙы ТАҺИРОВА 7 августа юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ, ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен. Балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һый-ҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Туғандарыңдың, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә.
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Бикбулат, улың Илгиз, ҡыҙың Айгөл, кейәүең Эдуард, ейәндәрең Данил, Данис, ейәнсәрең Алина.
* * *
Ишәле ауылынан ҡәҙерле ирем, әтейебеҙ һәм ҡарттайыбыҙ ФӘНИР РАФАЭЛЬ улы ӘФРИЗУНОВты 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Әтей, һинең менән тормошобоҙ йәмле, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта инәйебеҙ менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен. Таңдарың аяҙ булһын, бәхетле ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Мең рәхмәттәр барыһы өсөн,
Һин күрһәткән юлдан атлайбыҙ.
Күргән хөрмәт, изге эштәреңде
Йөрәк түребеҙҙә һаҡлайбыҙ.
Киң күңелең, йомартлығың өсөн
Ҡояш менән һине тиңләйбеҙ.
Шатлыҡ менән тулы, ҡыуаныслы
Оҙон ғүмер һиңә теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡатының, балаларың, кейәүең, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
* * *
Теләш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡарттайыбыҙ ДАНИЛ РАФАИЛ улы ВӘЛИЕВты 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге теләктәр-ҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел, улар икһеҙ-сикһеҙ. Һинең кеүек сабыр, саф күңелле кешеләр бик һирәк. Һин – беҙҙең таяныс та, ышаныс та, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Мең рәхмәттәр уҡып, оҙон ғүмер теләйбеҙ һиңә. Киләсәктә бергә-бергә күңел яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, һаулыҡта йәшәргә яҙһын.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен ғүмерең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Илгизә, улың Вадим, ҡыҙың Зөлфиә, киленең Зарина, кейәүең Илнур, ейәнең Әмирхан һәм ейәнсәрҙәрең Кәмилә, Йәсминә, Сафия, Сәминә.