Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
29 Июль 2024, 16:35

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әтейем, ҡайным, ҡарттайыбыҙ БАЙМӨХӘМӘТ БӘҘРЕТДИН улы ҒИЛМЕТДИНОВты ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы уңайынан тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле әтей, ҡарттай, күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, инәйем менән иҫән-һау йәшәргә яҙһын.
Әтей, һинән алдым йәшәү көсөн,
Һин булғанға башым юғары.
Маяҡ булдың миңә аҙашмаҫлыҡ,
Шуға ышаныслы юлдарым.
Әтей, һинең менән донъя йәмле,
Шат йылмая һәр көн әсәйем.
Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,
Тыныс күңел менән йәшәйем.
Бәлки, түгелмендер иң тыңлаусан,
Хаталарым булһа, ғәфү ит.
Рәхмәт һиңә, әтей, барлығыңа,
Һин – донъяла иң шәп әтей бит!
Ҡыҙың Дания, кейәүең Динар, ейәнсәрҙәрең Диана, Илзәнә, ейәнең Рәнис, бүләләрең,
бүләсәрең.
* * *
Йонос ауылынан һөйөклө ирем, яратҡан атайыбыҙ ФИРҒӘТ РИФ улы МӨНИРОВты ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең алдағы көндәрең тик аяҙ, шатлыҡ, нур менән тулы булһын, сәләмәтлек һине ташламаһын, артабан да беҙгә терәк-таяныс булып оҙон ғүмер кисер. Барлыҡ уй-хыялдарың тормошҡа ашһын, һинең оптимизм һәм тормошто һөйөүең ғүмер һуҡмағынан атлағанда көс-дәрт өҫтәһен. Көслө, изге күңелле, хәстәрлекле ир һәм атай булып ҡал, беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин мәңгелек нур булып.
Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә,
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түреңә.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Шатлыҡ-бәхет, ныҡлы сәләмәтлек,
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек!
Һине яратып ҡатының Гөлсинә, ҡыҙың Алина, улдарың Вәсил, Ғайсар, Ғәлиәсҡәр.
* * *
Йыланыш ауылында йәшәүсе хөрмәтле коллегабыҙ, күп йылдар Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең директоры, география уҡытыусыһы АНФИСА НУРИӘХМӘТ ҡыҙы ҒӘЙНЕТДИНОВАны матур юбилейы – 60 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ. Беҙҙең мәктәп өсөн янып йәшәгән, үҙ эшенә тоғро, талапсан етәксе булдығыҙ. Киләсәктә һеҙҙең сәләмәт булып, оҙаҡ йылдар күтәренке кәйефтә бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Матур тормош, сәләмәтлек теләп,
Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ.
Бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең уҡытыусылар коллективы.
* * *
Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ ҒАЯН ШАКИРЙӘН улы ХАЖИЕВты юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Туғаныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, балаларының шатлыҡтарын күреп, Әминә килен менән оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Беҙҙең Ғаян кешелекле, изге йәнле, ярҙамсыл, эшсән. Балаларына һәм ейәндәренә, ейәнсәренә яҡшы атай, олатай. Артабан да ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгеңдә!
Изге теләктәр менән абзыйҙарың Фәрҙиән, Даян, энең Рафиҡ, апайҙарың Наилә, Нәүилә, һеңлең Зилә, кейәүең Марат, еңгәләрең
Гөлфирә, Әлмирә, киленең Фәнизә.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ирем һәм атайыбыҙ ВАСИЛИЙ МИХАЙЛОВИЧ ЖИЛЬЦОВты юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ.
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Иң изге теләктәр менән яратҡан ҡатыны, балалары.

* * * 

Законлы никах менән!

Аҙанғол ауылы һылыуы АЗАЛИЯ АЗАТ ҡыҙы ЗАКИРОВА менән Илеш районы егете АЙНУР АЛЬБЕРТ улы МИСБАХОВты ғүмерҙәренең матур байрамы – туй тантаналары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ, меңдәр араһынан табышып ҡауышҡанһығыҙ икән, һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, йәшәү йәмен тойоп бәхетле ғүмер кисерегеҙ. Берегеҙ өсөн берегеҙ йән атып, бер-берегеҙҙе һаҡлап, бәхеттә, бәрәкәттә, сәләмәтлектә, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып йәшәгеҙ. Саф һөйөүгә ҡоролған ғаиләгеҙ ныҡлы, ырыҫлы, бәрәкәтле, ҡотло булһын. Хоҙай һеҙгә оҙон ғүмер кисерергә, тәүфиҡлы балалар үҫтерергә насип итһен. Ике яҡ туғандарҙы берҙәй хөрмәт итеп, уларға терәк-таяныс булып йәшәгеҙ.
Бәхетегеҙ тулып ташып торһон,
Мәңге бергә татыу тороғоҙ.
Изгеләрҙән-изге теләк һеҙгә:
Ҡотло булһын йәшлек туйығыҙ!
Иң изге теләктәр менән Шаһиевтар, Закировтар, Шафиҡовтар һәм барлыҡ туғандарығыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор: