-3 °С
Ҡар
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, һиңә һис кенә лә борсолмай, тормошҡа ышаныслы ҡарашыңды оҙон-оҙаҡ йылдарға һаҡлап, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шундай хәстәрлекле, матур, аңлаусан һәм аҡыллы булып ҡал. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ!
Рәхмәт, әсәй, ҡояш булғаныңа,
Үҫтерҙең һин беҙҙе яратып.
Йәшәйһең матур донъябыҙға бары
Изге, яҡты нурҙар таратып.
Һәм йәшә лә әле киләсәктә,
Беҙ мохтажбыҙ һиңә һаман да.
Тормошобоҙҙо беҙҙең йәмләп тор,
Утың һүнмәһен усағыңда!
Ҡотлау менән ҡыҙҙарың Лилиана һәм Лия, кейәүҙәрең Радис менән Дима, ейән-ейәнсәрҙәрең Нурис, Диләрә, Валерия, Арина.