Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
16 Июнь , 09:05

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы! Һеҙҙе яҡынлашып килгән Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайбыҙ! Быуаттар дауамында был көн шәфҡәтлелек һәм үҙ-ара ярҙам итеү, татыулыҡ һәм күңел гармонияһына ирешеү билдәһе булып тора.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Был байрам – илебеҙҙәге күп милләтле халыҡтың рухи мираҫының айырылғыһыҙ өлөшө. Ул дөйөм кешелек ҡиммәттәренә ынтылыу хаҡында һөйләй. Уларға эйәреү йәмғиәттә берҙәмлекте нығытыуға, әхлаҡи сафлыҡты һаҡлауға булышлыҡ итә. Ҡорбан ғәйете өлкәндәргә хөрмәт күрһәтергә, мохтаждарға ярҙам итергә, яҡындар хаҡында хәстәрлек күрергә, балаларҙы изгелек һәм ихласлыҡ рухында тәрбиәләргә өйрәтә.
Бөтә конфессия вәкилдәренең быуаттар буйына килгән традицияларына һаҡсыл һәм ихтирамлы мөнәсәбәткә нигеҙләнгән диалог Мәсетле районында артабан да нығынырына һәм районыбыҙҙа йәшәгән халыҡтар араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ киләсәктә лә ҡаҡшамаҫына ныҡлы ышанабыҙ.
Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

Фото

Автор: