Мәсетле тормошо
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
16 Июнь , 09:00

Хөрмәтле Мәсетле районы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре!

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итеп алығыҙ! Һеҙҙең һөнәр вәкилдәре үҙҙәрен кеше һаулығын хәстәрләүгә бағышлауы менән һәр саҡ оло хөрмәткә лайыҡ.

Хөрмәтле Мәсетле районы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре!
Хөрмәтле Мәсетле районы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙ халыҡтың һаулығын нығытырға һәм ғүмерҙәрен оҙайтырға ярҙам итәһегеҙ. Иң ауыр минуттарҙа ярҙамға киләһегеҙ һәм юғары профессионализм, яуаплылыҡ, шәф-ҡәтлелек, изгелек күрһәтәһегеҙ.
Көндәлек ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ һәм һайлаған һөнәрегеҙгә һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә.
Оҙаҡ йылдар халыҡ һаулығы һағында тороп, бөгөн хаҡлы ялда булған медицина ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.
Һеҙҙең барығыҙға ла эшегеҙҙә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, именлек, бәхет һәм һаулыҡ теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

Фото

Автор: