Мәсетле тормошо
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
14 Июнь , 11:30

Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле ҡыҙым, яратҡан әсәйем ЛИЯ ЭДУАРД ҡыҙы ХАНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һиңә тәү сиратта ныҡлы һаулыҡ, бөтә теләктәрҙең тормошҡа ашыуын, бәхет, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Тормошоң бары шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торһон. Беҙ һине бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ һәм берҙән-беребеҙ. Һиңә барыһы өсөн дә рәхмәт, һин иң яҡшыһы!
Тыуған көнөң байрам иткән мәлдә
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә яҡты көндәр,
Көлөп йәшә ерҙә яҙ һымаҡ.
Күрмә бер ҙә бәлә-ҡаза,
Һаулыҡ, бәхет булһын йәнәшә.
Хоҙай оҙон ғүмер насип итһен,
Рәхәтләнеп әйҙә йөҙ йәшә!
Изге теләктәр менән әсәһе Гүзәл, ҡыҙы Резеда.

Автор: