Институтты тамамлағандан һуң 28 йылдан ашыу ул ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләй. Хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм изге күңелле булыуы менән ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанды. Ул өс балаһына яҡшы әсәй ҙә. Беҙ ҡәҙерлебеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, эшендә яңынан-яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар, ғаилә бәхете һәм именлек теләйбеҙ. Тормошоң һәр саҡ сағыу ваҡиғаларға бай булһын. Оҙон-оҙаҡ йылдар шулай йәш һәм һөйкөмлө булып ҡал!
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Юбилейың-байрамың.
Кескәй генә һиңә бүләгебеҙ –
Изге теләктәрҙең бәйләме.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк!
Ҡотлау менән менән ата-әсәһе, балалары, һеңлеһе Лилиә һәм уның ғаиләһе, туғандары.