Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
14 Июнь , 10:30

Ҡотлайбыҙ!

Мәсетле районы Иҫке Мишәр ауылында тыуып үҫкән һәм хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ ГӨЛНӘЗИРӘ МИНДЕҒӘЛЕ ҡыҙы ЯХИНАны (ХИЗБУЛЛИНА) 50 йәшлек күркәм юбилейы менән һәм дә ейәнебеҙ, ҡустыбыҙ МАРАТ АЗАТ улы ЯХИНды 30 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлеләребеҙгә алдағы көндәрҙә лә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле киләсәк, рух ныҡлығы, йәшлек дәртен һүндермәй, ныҡлы баҫып оҙон ғүмер юлы үтеүҙәрен теләйбеҙ.
Апай һәм ҡыҙыбыҙ, артабан да матур, аҡыллы, изге күңелле булып ҡалыуыңды, тормош юлын илһамланып, яңы өмөттәр менән үтеүеңде, уй-хыялдарыңды тормошҡа ашырып, дәртле һәм төплө аҡыл серен яҡындарың менән өләшеп йәшә.
Балаларың Марат һәм дә Алмасҡа өлгө әсәй, яҡындарыңа оло кәңәшсе булыуыңды теләйбеҙ. Ғаилә именлеге, улдарыңдың изгелектәрен – яҡты йөҙҙәрен, шатлыҡтарын-ҡыуаныстарын күреп, яҡындарыңа оло кәңәшсе, әсәйем кеүек беҙҙе һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән, тәмле аштарың менән ҡаршы алып оҙатыуың, беҙгә булған һөйөүең – балаларыбыҙҙы өҙөлөп яратыуың, беҙгә терәк-таяныс булып, имен-аман йәшәүеңде теләп ҡалабыҙ.
50 йәш – ул күркәм осор,
Ғүмерҙең матур сағы.
Барыбыҙҙы һөйөндөрөп,
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары!
Иң изге теләктәр менән атаһы Миндеғәле, әсәһе Зәйтүнә, туғандары Нурғәле, Ләйлә, Ридан, кейәүе Рөстәм, килене Гөлназ, улы Алмас, Илдан, килене Надежда, балалары Нурислам, Динар, Дарина, Камилла, Рияна һәм Дамир.

Автор: