Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
14 Июнь , 09:50

Ҡотлайбыҙ!

Тайышта тыуып үҫеп, бөгөн Тәкә ауылында ғүмер иткән ГӨЛНАЗ ИҘРИС ҡыҙы ӘЗИЗОВАны күркәм юбилейы менән тәбрик итәбеҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле ҡатыным, әнейебеҙ, әнкәйебеҙ! Бөгөн – һинең тыуған көн, тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә байрам. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһе. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ!
Тормош иптәше Рауил, улы Илнур, килене Юлиә, ҡыҙы Гөлнур, кейәүе Илмир, ейәне Салауат, ейәнсәрҙәре Сабина, Эмма.

* * *

Тәкә ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерле киленебеҙ, еңгәбеҙ ГӨЛНАЗ ИҘРИС ҡыҙы ӘЗИЗОВАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Киләсәктә туғандарыңдың, балаларыңдың ихтирамын, тормош иптәшең Рауил Мөнир улының мөхәббәтен тойоп, бәхеттәргә төрөнөп оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Ҡотло булһын күркәм юбилейың,
Тыуған көнөң – оло байрамың.
Гөлләмәләр менән ҡабул итсе
Матур теләктәрҙең бәйләмен.
Һиңә булған изге теләгебеҙ
Урғып сыға йөрәк түренән.
Иҫән булып, оҙаҡ йәшәүеңде
Теләйбеҙ беҙ ихлас күңелдән!
Изге теләктәр менән Әзизовтар, Хәйерзамановтар, Әхтәровтар.

Автор: