Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
6 Июнь , 14:30

Ҡотлайбыҙ!

Салйоғот ауылынан һөйөклө ҡатыным, ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ГӨЛСИМӘ НАФИҠ ҡыҙы САҘРЫЕВАны ысын күңелдән 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Әсәй, алдағы үтер юлың оҙон, матур, бәхетле булһын, сәләмәтлек, көс-дәрт ташламаһын үҙеңде. Тормошоң сағыу биҙәктәрҙән торһон, беҙҙе һөйөп үҫтергән ҡулдарың арыу-талыу белмәһен. Киләсәктә балаларыңдың уңыштарына һөйөнөп, улар менән ғорурланып йәшәүеңде теләйбеҙ. Һин иң һөйөклө, хәстәрлекле, изге һәм шат күңелле, тормошто яратҡан кеше. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Ҡотлау менән ирең Мулланур, балаларың, ейәндәрең, бүләләрең.

Автор: