Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
31 Май , 10:00

Ҡотлайбыҙ!

Аҙанғол ауылынан ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, туғаныбыҙ ГӨЛНАРА МӘҮЛИТБАЙ ҡыҙы ШАФИҠОВАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге, ихлас теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һиңә Хоҙай биргән ғүмереңде сәләмәт булып, күңел тыныслығында, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, ҡыуаныслы мәшәҡәттәрҙә, шатлыҡ-һөйөнөстәрҙә, балаларыңдың игелеген күреп йәшәргә яҙһын.
Һинең өсөн гөлдәр сәскә атһын,
Тыныс булһын кисең, көндәрең.
Һайрар ҡоштар һинең өсөн генә
Бағышлаһын ине көйҙәрен.
Күңелеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән атайың Мәүлитбай, әсәйең Рима, апайың Әлфиә, еҙнәң Азат һәм барлыҡ туғандарың.

Автор: