Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
31 Май , 09:45

Ҡотлайбыҙ!

Әләгәҙ ауылында ғүмер итеүсе әниебеҙ, нәнәйебеҙ РӘЗИЛӘ НӘЖИП ҡыҙы ХӘЙРУЛЛИНАны күркәм ғүмер байрамы – 75 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн һәр саҡ оло йәнле, киң күңелле, ныҡлы таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йылы ҡояшыбыҙ, рух шишмәбеҙ, йәшәү өлгөбөҙ булып тораһың. Һин изге күңелле, ярҙамсыл, йомарт, тормош юлың күптәргә үрнәк. Әни, һинең иңдәреңә һынауҙарҙың иң ауыры төштө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдар шатлыҡтар ғына түгел, ғүмерлек юғалтыуҙар ҙа ҡалдырып китте. Ике ҡыҙын, улын, әтиебеҙҙе юғалтты ул. Әммә әниебеҙ был әсе тормош елдәренә бирешмәне, һынманы, һығылманы, бөгөлмәне, көслө рухлы булып ҡалды.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә йәйге ҡояш нурҙарындай аяҙ көндәр, йылы иртәләр, иҫәнлек-һаулыҡ, йән тыныслығы, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Алдағы көндәрең бары тик шатлыҡта үтһен, гел шулай көләс, яғымлы бул, рәхмәттәргә һәм рәхәттәргә төрөнөп беҙҙе һөйөндөрөп оҙон-оҙаҡ йәшә. Әни, рәхмәт барыһы өсөн дә. Беҙ һине яратабыҙ һәм алдыңда хөрмәт менән баш эйәбеҙ.
Ҡараштарың йылы ямғыр кеүек,
Йылмайыуың айҙай һөйкөмлө.
Шәфҡәтеңдең иге-сиге юҡ бит,
Ҡояш сәскән нурҙар шикелле.
Юбилейың ҡотло булһын, әни,
Йөҙҙәреңдә бәхет балҡыһын.
Изге, мәрхәмәтле йөрәгеңдә
Һис һүнмәһен ҡояш яҡтыһы!
Изге теләктәр менән һине яратып улың Тәлғәт, киленең Ирина, ейәндәрең Артем, Денис, ҡыҙың Юлиә, кейәүең Флорид, ейәнең Фидан, киленең Алина, ейәнсәрең Аделина, ейәнең Артем, туғандарың.

Автор: