Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
24 Май , 11:30

Ҡотлайбыҙ!

Йәмле май айында хөрмәтле коллегабыҙ, Йонос мәктәбе директоры, беҙҙең шәп етәксебеҙ МИЛӘҮШӘ ҒӘЛИМЙӘН ҡыҙы ФӘТТӘХОВА үҙенең матур юбилейын билдәләй.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле Миләүшә Ғәлимйән ҡыҙы, ошо күркәм байрамығыҙ менән ҡотлап, иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, һаулыҡ, тормош юлығыҙҙың тик ҡыуаныслы миҙгелдәрҙән тороуын, бәхетле оҙон ғүмер юлы теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, барлыҡ теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәй, тормош юлынан ғорур атлағыҙ. Һеҙгә тынғыһыҙ һәм бик тә яуаплы эшегеҙҙә яңынан-яңы ижади үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, тормош иптәшегеҙ менән иңгә-иң терәшеп оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын. Артабан да гел шулай үткер, тура һүҙле булып ҡалығыҙ. Ғүмер юлығыҙ – оҙон, яулайһы үрҙәрегеҙ күп булһын.
Ҙур уңыштар Һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн Һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын Һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет-шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән Йонос мәктәбе коллективы.

Автор: