Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
24 Май , 11:00

Ҡотлайбыҙ!

Тайыш ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ МӘРХӘБӘ ХӘМИТ ҡыҙы ВӘЛИЕВАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Хоҙай биргән ғүмерҙе таҙалыҡта, муллыҡта, балаларың, туған-тыумасаларың, дуҫ-иштәрең менән шатланып-һөйөнөп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, йәшәгән йортоңдоң йәмен, ҡотон һаҡлап йәшәргә яҙһын. Хоҙай һине көс-ҡеүәттән айырмаһын, яҡындарыңа өләшкән йөрәк йылың, иғтибарың үҙеңә лә изгелектәр булып ҡайтһын. Аллаһы Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, бәхетле ҡартлыҡ, киң ризыҡтар, ике донъя рәхәтен күрергә насип итһен һәм шәфҡәтле йөрәгеңә көс өҫтәһен, йәшәү дәртенән, сәләмәтлектән айырмаһын. Балаларың, туғандарың хәстәрлегендә һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәргә яҙһын. Ғүмереңдең һәр миҙгеле ҡояш нуры, йылылыҡ, яҡшы кәйеф менән тулы булһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек!
Ҡотлау менән бөтә туғандарың исеменән Фәрхинур апайың.

Автор: