Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
24 Май , 10:25

Ҡотлайбыҙ!

Әжекәй ауылынан һөйөклө, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ЛИЛИӘ КӘШИФУЛЛА ҡыҙы ӘХЛӘКОВАны ысын күңелдән олпат юбилейы – 90 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙгә ошо күркәм ғүмер байрамында тыныслыҡ, ныҡлы сәләмәтлек, именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, һәр көнө тик яҡшы хәбәрҙәр менән тулы булыуын теләйбеҙ. Беҙгә ғүмер биргәнең, йәшәү бәхете бүләк иткәнең, хәстәрлегең, һөйөүең өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Ҡәҙерлебеҙ, бер ҡасан да бойоҡма, йышыраҡ йылмай, һәр көнөң ҡыуаныстар, матур осрашыуҙар, яҡты өмөттәр һәм йылы хәтирәләр менән үтһен!
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор: